Йәмғиәт
23 Июля , 19:15

Күсенеп киткәнде бесәй нисек тойған?

Төн булыуға ҡарамаҫтан, арттан ҡалмай йүгерҙе...  

Күсенеп киткәнде бесәй нисек тойған?Күсенеп киткәнде бесәй нисек тойған?
Күсенеп киткәнде бесәй нисек тойған?

Байтаҡ йылдар элек булды был ваҡиға. Зөлфиәгә 10 йәштәр самаһы булғандыр. Уларҙың ғаиләһе ул ваҡытта ике хужаға тәғәйенләнгән фатирҙа йәшәй ине. Бер йорт икегә бүленгән һәм ике яҡтан инеү ишеге асылған.  Күршелә - Рауза апайҙар ғаиләһе.

Тиҙҙән Зөлфиәнең ата-әсәһе айырым йорт төҙөнө. Иркен, матур  өйҙә йәшәүҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Күсенеү өсөн йома көндө һайланылар. Иртә менән атайҙары йыһаздарҙы, кәрәк-яраҡтарҙы алып барып ҡуйҙы. Кисен әсәйҙәре эштән ҡайтҡас, күмәкләшеп яңы өйгә табан юлландылар. Яңы өйҙәре бик яҡын урынлашмаған, байтаҡ ҡына атларға кәрәк. Атаһы менән әсәһе ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе ҡулдарына тотоп алған, ә Зөлфиә үҙенән бәләкәй ике ҡустыһын етәкләп шатлана-шатлана атлайҙар.

Шул ваҡыт юлдан ситтә йәм-йәшел сиҙәмдән уларҙың артынан ипләп кенә эйәреп барған ап-аҡ бесәйгә иғтибар иттеләр. Зөлфиә шунда уҡ таныны. Был Мурка! Күршеләренең бесәйҙәре, ләкин ул ике фатирҙа ла хужа булып йөрөнө. Ике йортта ла уны яраттылар, һыйланылар.

Ә бына бөгөн Зөлфиәләрҙең яңы өйгә күсенгәнен, башҡаса элекке йорттарына ҡайтмаясаҡтарын бесәй ҡайҙан һиҙгән һуң? Быға шул тиклем ныҡ ғәжәп иттеләр.

Бесәй яңы йортҡа тиклем эйәреп килде һәм бөтөнләйгә тороп ҡалды. Ҡартайғансы, оҙаҡ йәшәне аҡ ҡына Муркалары.

Байтаҡ йылдар үтеп килһә лә, ҡараңғыла сиҙәм буйлап йүгерә-йүгерә эйәреп килгән аҡ ҡына бесәйҙәре күҙ алдынан китмәй Зөлфиәнең...

 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас