Йәмғиәт
25 Июль , 10:15

"Ағайым барыбер үләсәк"

Илай-илай ярҙам һораған еңгәһен ҡыуып сығарып ебәрҙе...

"Ағайым барыбер үләсәк""Ағайым барыбер үләсәк"
"Ағайым барыбер үләсәк"

Ирек үҙенең Йәмил ҡустыһын бәләкәй сағынан яҡлап, ҡурсалап ҡына үҫтерҙе. Мәктәптә башҡа малайҙарҙан йәберләтмәне, хатта һүҙ тейҙермәне. Шуғалырмы, Йәмил бик иркә булып үҫте. Нимә эшләһә лә, уны яҡлар кеше барлығына ышанысы уның холҡон боҙҙо.

Мәктәптән һуң Ирек баш ҡалаға юғары уҡыу йортона уҡырға китте, һөнәр алды, эшкә урынлашты. Ул да булмай артынса ҡустыһы килеп етте.

– Туғаныңды ҡара инде. Һиңә күҙ төбәп бара. Сит ерҙә йәберләп ҡуймаһыңдар, – тип әсәһе ҡат-ҡат иҫен төшөрөп торҙо Иректең.

Хатта өйләнеп, ғаиләле булғас та ҡустыһын хәстәрләүҙән туҡтаманы. Ябай уҡытыусының эш хаҡын үҙенең ғаиләһенә лә, ҡустыһына ла бүлергә тырышты. Үҙенә булмаһа булманы, Йәмилгә шәп телефонын да, ноутбугын да, кейемен дә алып бирҙе. Ас йөрөмә, тип әленән-әле аҡса һалып торҙо. Студент туғанына ярҙам итә алыуына үҙе лә һөйөнә ине.

Ә Йәмил иркенгә өйрәнеп үҫте. Ата-әсәһе лә аҡса менән ярҙам итте, ағаһы ла терәк булды. Рәхәтләнеп, балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәне. Үҙе шулай өлөшлө кеше булдымы, һәр ваҡыт юлы ыңғай итеп асылып торҙо. Хатта уҡып  бөткәс тә, Себер яғында уңышлы эш килеп сығып, шул тарафтарға китте. Үҙе күп итеп аҡса эшләй башлағас, ағаһын тиҙ онотто. Иркен фатир, шәп машина алып ебәрҙе. Эргәһендә үҙ һымаҡ бай дуҫтары күбәйҙе.

Ирек ҡустыһының матур тормошо өсөн һөйөндө генә. Ләкин һәр ваҡыт яҡындарына изгелек итергә тырышҡан, йомарт Иреккә яҙмыш һынауҙың бик ҡатыһын ебәрҙе. Үпкәһендә яман шеш таптылар. Яман сирҙе дауалау өсөн аҡса бик күп кәрәк ине. Хеҙмәттәштәре, дуҫтары күмәкләшеп ярҙам итте. Ошондай ауыр мәлендә ҡустыһы ғына ситтә ҡалды.

– Яман шеште еңгән кешене күргәнем юҡ әле. Миллионлап аҡса түгәләр, файҙаһы юҡ. Билдәле бит инде, барыбер ҡотҡарып булмаясаҡ - ағайым барыбер үләсәк. Нимәгә бушҡа аҡса әрәм итергә? – тип яуап бирҙе ул илай-илай ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән Иректең ҡатынына. Һәм, һүҙем бөттө тигәндәй, еңгәһен ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрҙе.

Был һүҙҙәре Иректең күңелен ҡатырҙы. Тешен ҡыҫып түҙҙе, ләкин ҡустыһына бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәне.

Йәшәү көсө ныҡ булдымы, йәш организм сиргә бирешмәнеме, Иреккә был яман ауырыуҙы еңергә насип булды. Шул ваҡытта ул үҙенең кемдәргә ҡәҙерле булыуын аңланы. Был ҡаты һынау тормошҡа яңыса бағырға өйрәтте. 

Тиҙҙән Ирек йәнә тулы тормош менән йәшәй башланы. Ләкин хәҙер уның донъяһында ҡустыһына ғына урын юҡ ине.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас