

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Баййегет Мөхәрләмов менән Нәркәс Ҡалмырҙина хәҙер сәхнәлә генә түгел, тормош юлдарынан да бергә атлай. Был йәй йәштәргә ғүмерҙәрендәге иң әһәмиәтле аҙым – ғаилә ҡороу ваҡиғаһы менән иҫтәлекле булып ҡала.
Баййегет театрҙа Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса Рөстәм Хәкимов ҡуйған "Бер ғүмер етмәй икән..." спектаклендәге Ҡаһарман роле менән тамашасыларҙы әсир итте. Уның персонажында баш китерлек ҡыйыулығы менән хайран итеп, халыҡ күңелендә һөйөү яулаған махсус хәрби операция батыры Фәнис Хөсәйеновты ла танырға була ине.
Йәштәрҙе туйҙары менән ҡотлап, мөхәббәттәренең ныҡ булыуын, һаулыҡта, именлектә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ!
Фото: Б.Мөхәрләмовтың шәхси архивынан.