Йәмғиәт
28 Июль , 05:15

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш

“Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралыҡ” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Илшат СӘЙФУЛЛИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулышБаҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 2022 – 2025 йылдарҙа республика ҡаҙнаһынан 760 миллион һумдан ашыу ярҙам бүленгән. Һөҙөмтәлә 14 йүнәлеш буйынса эш алып барылған, 661 ширҡәттә инфраструктура яҡшыртылған.

Ошо тармаҡтағы башланғыстар, ҡаҙаныштар, хәл итәһе мәсьәләләр буйынса “Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралыҡ” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Илшат СӘЙФУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа 1,5 меңдән ашыу баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә. Уларҙа тәү сиратта нимәгә ихтыяж кисерелә, Илшат Иҙрис улы?

– Иң ҙур проблема – уларға инеү юлдарының насарлығы. Йортҡа керер алдынан тәүҙә тупһаһына күҙ һалабыҙ бит, шуның һымаҡ, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ингән урын төп иғтибарҙы талап итә. Шуға ла был тармаҡта республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса киң йәйелдерелгән эш тә юлдарҙы йүнәтеүҙән башланды.

Һөҙөмтә яҡшы. Һуңғы дүрт йылда республикала 297 баҡсасылыҡ ширҡәтенә ингән урындағы 109 километр юл ремонтланды. Был эш, әлбиттә, тәү сиратта ямғырлы осор, яҙғы батҡаҡ мәлендәге проблемаларҙы яйға һалыуға булышлыҡ итте.

Быйыл тағы ла Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Өфө, Шишмә райондарында урынлашҡан 55 баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү өсөн һалынған 14 юл тәртипкә килтерелә. Уларҙа, дөйөм алғанда, 9200 ер участкаһы иҫәпләнә.  Был юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 17,5 километр.

Проблемалар, әлбиттә, бар. Мәҫәлән, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдарының хоҡуҡи статусы билдәһеҙ – улар муниципаль берәмектәрҙең балансына ҡуйылмаған, шунлыҡтан хужаһыҙ булып иҫәпләнә. Эстәге юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күп урындарҙа киҫкен тора. Был эш ширҡәт ағзалары үҙҙәре йыйған взнос иҫәбенә атҡарыла, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре тейешле аҡсаны бирә алмай йәки биреүгә ҡаршы. Өҫтәүенә, билдәле булыуынса, бындай биләмәләге юлдарҙың күбеһе янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй: тейешенсә киң түгел, боролоу урындары юҡ. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, баҡсасылыҡ ширҡәттәренең сығымдарын субсидиялау мөмкинлеген булдырырға тәҡдим итәм.

– Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен электр уты менән тәьмин итеү, янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләү эштәрен халыҡ айырыуса баһалай. Был йәһәттән ниндәй уңыштар бар?

– Республика етәксеһе тәүҙән үк эштең ошолай комплекслы алып барылыуы мөһимлеген билдәләгәйне. Әлеге һөҙөмтәгә килгәндә, 63 баҡсасылыҡ ширҡәтендә 11 меңдән ашыу электр энергияһын иҫәпләү приборы тышҡа сығарып урынлаштырылды. Был эште финанслау күләме 226 миллион һум тәшкил итте.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә электр селтәрҙәре ныҡ иҫкергән. Тимәк, ут сығыу хәүефе ҙур. Ошоно хәл итеүгә бәйле тәҡдим индерҙек: баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә электр селтәрҙәрен яңыртыуға киткән сығымдарҙы субсидиялау буйынса мәсьәлә ҡарала.

Хәүефһеҙлек темаһын дауам иткәндә, 127 баҡсасылыҡ ширҡәтенә янғын һүндереү саралары алыу өсөн 28 миллион һум күләмендә ярҙам йүнәлтелде. Был эш өҙлөкһөҙ барасаҡ. Әйткәндәй, ил төбәктәре араһында иң беренсе Башҡортостанда баҡса йорттарына янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай урынлаштырыла башланы. Хәҙер уларҙың иҫәбе өс меңдән ашты. Һөҙөмтәлә, былтырғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғын сығыу осраҡтары 40 процентҡа тиерлек кәмене.

Шулай ҙа утҡа бәйле фажиғәле хәлдәр булып тора. Быйылға мәғлүмәттәр буйынса, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә 120 янғын сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа ете кеше һәләк булған. Төп сәбәптәр – электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе урынлаштырыуҙа, файҙаланыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу, ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу. Баҡсасыларҙан ошо мәсьәләләргә ҡарата айырыуса иғтибарлы булыуҙарын һорайым.

– Был биләмәләргә газ үткәреү нисек бара?

– Билдәле булыуынса, республикала был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Газ үткәреүгә тиклемге эштәр буйынса дәүләт программаһы газ селтәрҙәрен эргәләге участкаларҙың сигенә тиклем бушлай һуҙыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостандан 466 баҡсасылыҡ ширҡәтендәге 15 781 йорт ошо программа талаптарына яуап бирә. Һөҙөмтәлә, 2026 йылдың 23 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, милекселәрҙән 4741 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 4498-е (94 проценты) менән килешеү төҙөлгән, 2920 ер участкаһының сигенә тиклем газ селтәре һуҙылған, 1625 йорт иһә “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тулыһынса тоташтырылған.

Быйыл газ селтәрҙәрен тағы ла 1977 ер участкаһының сигенә тиклем үткәреү планлаштырылған. 2030 йылдың аҙағына тиклем 15 меңдән күберәк йортто “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырырға тейешбеҙ. Ошо маҡсатта милекселәр менән эш, документтар әҙерләү дауам итә.

– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эш нисек ойошторолған?

– Дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланып, дүрт йыл эсендә 122 баҡсасылыҡ ширҡәте 207 контейнер, 57 бункер алды. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 38 майҙансыҡ булдырылды, ошо маҡсатҡа 13,9 миллион һум субсидия бүленде.

Проблемалар, әлбиттә, бар. Ҡайһы бер биләмәләрҙә тейешле инфраструктура булмағанлыҡтан, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы даими алып сығып тороу мөмкин түгел. Әлегә был йәһәттән килешеү ширҡәттәрҙең 927-һе (85,6 проценты) менән төҙөлгән, уларҙы төбәк операторҙары хеҙмәтләндерә.

Беҙ ошо мәсьәлә буйынса мәғлүмәт эшен көсәйтергә тәҡдим итәбеҙ. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йәшәүселәр менән төбәк операторҙары ҡатнашлығында осрашыуҙар ойошторолһа, ике арала аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырған һорауҙарға яуап табылыр ине.

Ошо урында һыу мәсьәләһенә лә туҡтап үтәйек. Дүрт йыл эсендә төбәктә 29 баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу менән тәьмин итеү системаһы яҡшыртылды. Бының өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплауға дәүләттән 3 миллион 297 мең һум субсидия йүнәлтелде.

– Билдәле булыуынса, республикала “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте” конкурсы ла уҙғарыла...

– Эйе, Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған был сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Еңгән осраҡта алынған сумманы баҡсасылыҡ ширҡәтендә спорт йәки уйын майҙансығы төҙөүгә (ремонтлауға), ял урыны булдырыуға, хәүефһеҙлек системаһы (видеокүҙәтеү, һаҡ хеҙмәттәрен саҡырыу ҡоролмалары, автоматлаштырылған ҡапҡалар, шлагбаум һ.б.) ҡуйыуға файҙаланырға мөмкин.

2024 – 2026 йылдарҙа үткәрелгән конкурстар һөҙөмтәһенә килгәндә, 42 баҡсасылыҡ ширҡәте (шул иҫәптән 18-е – быйыл) еңеү яулап, Башҡортостан Башлығы грантын алыуға өлгәште. Һәр береһенең күләме – 500 мең һум. Һәммәһе лә аҡсаны дөйөм инфраструктураны яңыртыу, төҙөкләндереү өсөн файҙаланды.

– Илшат Иҙрис улы, һеҙҙең идаралыҡтың төп бурыстары ниндәй?

– Баҡсасылар менән дәүләт араһында бәйләнеште нығытыусы булып торабыҙ. Беҙҙең белгестәр халыҡҡа төрлө юридик мәсьәләләр – ергә хоҡуҡты рәсмиләштереү, һалым түләү, бәхәстәрҙе яйға һалыу һ.б. – буйынса консультация бирә. Граждандарҙы аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм кесаҙна – үҙебеҙҙә ҡабул итәбеҙ. Быйыл ошондай 239 осрашыу булған (сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ ваҡытта 178 ҡабул итеү уҙғарылған). Идаралыҡ белгестәре 2026 йылда ҡала һәм район хакимиәттәрендә 19 күсмә сара үткәрҙе. Баҡсасылар менән ошолай яҡындан осрашып һөйләшеүҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ – иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә яйға һалына.

Беҙҙең белгестәр шулай уҡ баҡсасыларға субсидиялар, гранттар алыу юлдарын өйрәтә, ошо маҡсатта документтар әҙерләүҙә ярҙамлаша. Ширҡәттәрҙең рәйестәренә, әүҙем ағзаларына уҡытыу ҙа ойошторола – идара итеү, хәүефһеҙлек, яңы закондарҙы файҙаланыу буйынса грамоталылыҡты арттырыу маҡсатында семинарҙар үткәрелә. Идаралыҡ белгестәре шулай уҡ баҡсасылар менән башҡа ведомстволар вәкилдәре араһында “аралашсы” ролен үтәп, ҡатмарлы темаларға бәйле кәңәшмәләр уҙғара. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө фән һәм технологиялар университетында “Утес” баҡсасылыҡ ширҡәте һәм “Гип-Электро” йәмғиәте ағзалары ҡатнашлығында һөйләшеү уҙғарылды, һөҙөмтәлә биләмәлә электр үткәреү йәһәтенән планлаштырылған эштәр тулыһынса үтәлде.

Өмә уҙғарыуҙа ла булышлыҡ итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл Өфө районындағы “Яҙ” баҡсасылыҡ ширҡәтендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө районы хакимиәте вәкилдәре бергәләп ағас ултырттыҡ, йәмәғәт урындарын, юл ситтәрен таҙарттыҡ, сүп-сарҙы йыйып, сорттарға айырҙыҡ.

– Быйылға тағы ла ниндәй эштәр ҡаралған?

– Тәү сиратта газ үткәреүҙе дауам итәбеҙ: быйыл тағы ла ике мең самаһы йортто селтәргә тоташтырыу планлаштырылған. “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте” конкурсында еңгән 18 биләмәлә Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу – дөйөм инфраструктураны төҙөкләндереү, яңыртыу эштәре алып барыласаҡ. Шундай яңылыҡ көтә: баҡсасылар өсөн күсмә медицина тикшереүе үткәрә башлайбыҙ. Был йәһәттән быйыл пилот майҙандар билдәләнәсәк.

Йәнә мөһим эштәрҙең береһе: баҡсасылыҡ ширҡәттәренең эске инфраструктураны яҡшыртыуға киткән сығымдарын ҡаплауға субсидиялар биреү. Был йәһәттән ун йүнәлеш күҙ уңында тотола: һыу, газ менән тәьмин итеү системаларын, эске юлдарҙы төҙөү, ремонтлау;   

һыу тәьминәте ҡорамалдары, янғын һүндереүҙең беренсел саралары, резервуарҙар алыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтары булдырыу, контейнерҙар урынлаштырыу;  кадастр эштәре, дәүләт экспертизаһы үткәреү, проект-смета документтарын, төҙөлөш контролен камиллаштырыу.

Дөйөм алғанда, беҙҙең идаралыҡ белгестәре баҡсасылыҡ ширҡәттәренә эҙмә-эҙлекле ярҙам күрһәтә. Халыҡ менән бәйләнеш өсөн һәр ваҡыт асыҡбыҙ. Иң мөһиме – был өлкәнең үҫеше, хәл итәһе мәсьәләләр республика Башлығы Радий Хәбировтың ныҡлы контролендә, етәксебеҙ үҙе идеялар тәҡдим итә, башланғыстарыбыҙҙы хуплай, бөтә яҡлап булышлыҡ ҡылырға әҙер. Тимәк, алға барасаҡбыҙ.

--------------

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

– Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәренә, ойошмаларына ярҙам итеү – республикабыҙҙың дәүләт иҡтисади сәйәсәтендә мөһим йүнәлеш. Уларға булышлыҡ йыл да күрһәтеләсәк. Ярҙам һүҙҙә генә ҡалмай, аныҡ эш-ғәмәлдәрҙә күренә. Юлдар һалыу, һыу, электр энергияһы, газ үткәреү, сүп-сар мәсьәләһен яйға һалыу, бар яҡлап хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – ошо һәм башҡа эштәр артабан да дауам итәсәк. Бер нисә йылдан яңы кимәлгә сығырбыҙ, тип ышанам.

------------

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә әүҙем ярҙам күрһәтелә. Төбәктә уларҙың иҫәбе – 1,5 меңдән ашыу. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә алтынсы урындабыҙ.

-------------

Тимур ИСХАҠОВ, “Аҡманай яҙыусылар баҡсаһы” баҡсасылар ширҡәте рәйесе:

– Уҙған йылдарҙа “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте” конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Халыҡ, һис һүҙһеҙ, дәүләтебеҙҙең бындай хәстәрлегенән ҡәнәғәт. Башҡортостан Башлығы Грантын алыу инфраструктураны артабан да яҡшыртыу маҡсатында әүҙемерәк эшләргә дәртләндерҙе.

Һанлы системаларҙан әүҙем файҙаланабыҙ. Иҫәп-хисап счеттарыбыҙ бар, “1С:Баҡсасы” программаһына тоташҡанбыҙ, унда һәр милексенең шәхси кабинеты асылған, һөҙөмтәлә барлыҡ иғәнәләр электр энергияһы күрһәткестәре, ниндәй сығымдар булған – һәммәһе лә күҙ алдында, асыҡ. Йыйылыштарҙы даими үткәреп торабыҙ, уларҙа халыҡ дәррәү ҡатнаша. Отчет биреп кенә ҡалмайбыҙ, ә күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ.

Фотоларҙа: 1. “Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралыҡ” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Илшат Сәйфуллин. 2. Идаралыҡ коллективы. 3. "Яҙ" баҡсасылыҡ ширҡәтендә өмәлә. 4,5 - "Аҡманай яҙыусылар баҡсаһы"нан күренештәр.

Фотолар: Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралыҡ, "Аҡманай яҙыусылар баҡсаһы" архивтарынан.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә – яңы һулыш
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас