

"Һигеҙ ай элек атайым мәрхүм булып ҡалды. Бик ауыр кисерҙек был ҡайғыны.
Мин үҙем район үҙәгендә йәшәйем, иптәшем менән ике ул тәрбиәләйбеҙ. Әсәйем ауылда үҙен яңғыҙ тоймаһын тип, балаларҙы каникулда тулыһынса ауылда, өләсәләре янында йөрөттөк. Иптәшем ҡырҙа эшләй, үҙем - район үҙәгендә. Һәр йома барам да, дүшәмбе иртәнсәк машинала ауылдан район үҙәгенә эшкә юлланам.
Бер көнө таң алдынан ғына атайымды төшөмдә күрҙем. Ҡосаҡлап яратты, иркәләне. "Ҡыҙым, ашыҡма, аҙ ғына тотҡарлан, йәме", тине лә юғалды. Мин илап уяндым.
Төшөмдө әсәйемә һөйләп, икәүләп атайҙы иҫләп, сәй эстек тә мин эшкә йыйындым. Малайҙар рәхәтләнеп йоҡлай ине әле. Әсәйем, һәр ваҡыттағыса, ихата тышынаса оҙатырға сыҡты.
- Атайым тотҡарлан тине, аҙыраҡ торайым әле, - тинем әсәйемә. Һөйләшеп, ике-өс минуттай торҙоҡ та, мин ҡуҙғалып киттем. Район үҙәгенә илткән трассаға сығыу менән ҡот осҡос күренешкә тап булдым: дүрт-биш машина бәрелешкән ине. Был хәл әле генә, ике-өс минут элек булған. Кешеләр туҡтап, ашығыс ярҙам хеҙмәттәрен саҡырта, үҙҙәре ярҙам итә башланы.
Бына шундай ҡурҡыныс авариянан аралап ҡалды мине атайым. Быны нисек аңлатырға ла белмәйем. Берәйһе һөйләһә, бәлки, ышанмаҫ та инем. Тормоштоң беҙ аңлап, төшөнөп етмәгән күренештәре бик күптер ул...
Барығыҙға ла имен юлдар, имен тормош теләп - Сәриә".
Сығанаҡ: vk.com/public213516968
Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.