Йәмғиәт
29 Июля , 17:20

Юл хәрәкәте сикләнә: маршрутты алдан билдәләгеҙ!

Аңлап ҡабул итеүегеҙ һорала.

Юл хәрәкәте сикләнә: маршрутты алдан билдәләгеҙ!Юл хәрәкәте сикләнә: маршрутты алдан билдәләгеҙ!
Юл хәрәкәте сикләнә: маршрутты алдан билдәләгеҙ!

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә һәм Башҡортостандың Шишмә районында 2026 йылдағы Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһын уҙғарыуға бәйле хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү ғәмәлдә буласаҡ.

Өфөлә (Инорс биҫтәһе): 1 августа 07:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем; 2 августа 06:00 сәғәттән 14: 00 сәғәткә тиклем. Сельская Богородская урамы (51/3 һанлы йорттан Маршал Жуков урамына тиклем); Сельская Богородская урамынан Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексына тиклем юл; Мушников урамы (Сельская Богородская урамынан Баландин бульварына тиклем); Баландин бульвары (Мушников урамынан Төхбәт Йәнәби бульварына тиклем) ябыласаҡ.

Шишмә районында: 1 августа 10:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем Иҫке Шишмә юлында Келәш - Ар - Ҡара - Яҡуп тораҡ пункттары араһындағы участка ябыла.

Водителдәрҙән ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүен һәм маршрутты алдан билдәләүен үтенәбеҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас