

“Беҙ ғаиләлә ике бөртөк кенә бала үҫтек. Ағайым менән минең йәш айырмаһы – 10 йәш. Ул мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона ингәндә миңә һигеҙ йәш тулып килә ине.
Студент ағайымдың Өфөнән ҡайтыуын һағынып көтөп алам, уға хаттар яҙам. Ағайым, уҡып йөрөүенә ҡарамаҫтан, байрам осоронда миңә тәмлекәстәр, матур-матур бүләктәр алып ҡайта.
Бер мәл ғаиләбеҙҙә ниндәйҙер аңлашылмаған хәл булып алды. Был ваҡытта ағайым 5-се курста уҡығандыр. Үҫмер бала булһам да, шуны төшөндөм: ул рус ҡыҙы менән дуҫлашып йөрөй һәм шул ҡыҙҙы атай-әсәй менән таныштырыу өсөн ауылға алып ҡайтырға теләй икән.
Ҡаты холоҡло атайыбыҙ ағайымды уҫал ғына итеп тыйып ҡуйҙы, рус ҡыҙының беҙҙең өйҙә эҙе лә булырға тейеш түгеллеген әйтте. Мин хәҙер, әлбиттә, йомшағыраҡ итеп, матурлабыраҡ яҙам, ә ул саҡта ошо арҡала ныҡлы ғына дау булғайны. Ғүмер буйы атайҙың һүҙенән сыҡмай йәшәгән әсәйем бер һүҙ ҙә өндәшә алманы шикелле.
Был хәл ошоноң менән онотолор ҙа ине, бәлки. Әммә уҡыуын тамамлап, эш башлаған ағайым бер мәл, аҙыраҡ һуҡмыш сағында, ошондай хәбәр әйтеп ҡуйҙы: “Өфөлә минең улым үҫә, тик был хаҡта атай менән әсәй белмәҫкә тейеш”. Был хәбәргә аптыраным, әммә 15 йәшлек үҫмер ҡыҙға был яңылыҡтың төп асылы барып та етмәгәндер, бәлки... Шулай ҙа, ағай тыйғас, атай менән әсәйгә бер нәмә лә һөйләмәнем.
Күп тә тормай ғаиләбеҙгә ауыр ҡайғы килде: атайым менән ағайым, урмандан өйлөк ағас тейеп ҡайтып килгәндә, ауыр йөк машинаһы менән ҡая ташлы юлдан ситкә төшөп китеп, һәләк булды. Ағайыма район үҙәгендә йорт һалырға тип йыйынып йөрөй инеләр. Атай шунда уҡ йән биргән, ә ағайҙың ғүмере өсөн табиптар бер аҙна тирәһе көрәшеп ҡараны, әммә мөғжизә булманы...
Был хәлдән һуң йөрәк сирле әсәйем дә биреште. Йыл ярым тигәндә уны ла юғалттым. Был мәлдә мин институтта, беренсе курста, уҡып йөрөй инем. Әсәйемдең туғандары, айырыуса бер туған һеңлеһе мине үҙ хәстәренә алды. Уларҙың ярҙамы менән уҡыуымды тамамланым. Апайым менән еҙнәйем матур итеп туй үткәреп, мине кейәүгә бирҙе. Әле лә мине үҙ балаларылай күреп йәшәйҙәр, иғтибар-ярҙамдан өҙмәҫкә тырышалар. Уларҙың балалары, башҡа ике туғандарым менән дә аралашып йәшәргә тырышам, әммә барыбер ҡайһы берҙә: “И-их, үҙ ағайым иҫән булһасы...” тигән уй йөрәкте яндырып ала.
Ағайым менән теге һөйләшеүҙе иҫләп алам. Ысын булдымы икән шул хәбәр? Нишләп кенә ныҡлап һорашманым икән? Исмаһам, ул ҡыҙҙың исемен дә иҫләмәйем. Әгәр, ағайым әйткән хәбәр дөрөҫ булһа, шул рус ҡыҙын һәм ағайымдыҡы булырға тейешле баланы эҙләп ҡарарғамы икән, тип тә уйлап ҡуям... Ул бала - нәҫел ебебеҙҙең дауамы, минең иң яҡын туғаным булып сыға бит... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Һеҙҙән сәләм, кәңәш көтөп – Рита.
(“Бәйләнештә” сайты аша килгән хат).