

Башҡортостан дәүләт медицина университеты ғалимдары, медицина хеҙмәткәрҙәре башҡа өлкәләр хеҙмәткәрҙәре менән берлектә интерактив өҫтәл-тренажер эшләгән. Яҡын арала юғары технологиялы медицина изделиеһын сериялы сығарыу башланасаҡ. Әле Рәсәй дауаханаларына, клиникаларына һәм реабилитациялау бүлексәләренә тренажерҙарҙы етештереү буйынса майҙансыҡтар ойоштороу буйынса эштәр бара.
– Беҙҙең университет иртәге көн технологияларын булдырып ҡына ҡалмай, ҙур ихтыяж менән файҙаланған медицина әйберҙәренең фәнни йүнәлештәрен, һаулыҡ һаҡлауҙың реаль мәсьәләләрен тормошҡа ашыра. Был аппарат нейрореабилитацияның иң һөҙөмтәле заман ысулдарын үҙ эсенә ала. Ул дауалау физкультураһы инструкторҙары өсөн ышаныслы ярҙамсы булыр тип ышанабыҙ. Был – Рәсәйҙә терәк-хәрәкәт ағзаларын реабилитациялауҙың яңы кимәле, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павлов.
Нейрореабилитация өсөн интерактив өҫтәл-тренажер инсульт, баш һөйәге-мейе, арҡа мейеһе йәрәхәтләнеүе, склероз, Паркинсон сирҙәре, балалар церебраль фалижы һәм ҡулдарҙың хәрәкәт итеүен өлөшләтә сикләгән неврология сирле пациенттарға тәғәйенләнгән. Классик көс тренажерҙарынан айырмалы, быуындарҙы һәм һөйәктәрҙе беркетеүсе тарамыштарҙы нығытыуға йүнәлтелгән интерактив өҫтәл баш мейеһендәге нейрон бәйләнештәрен тергеҙеү өсөн яҡшы. Күнекмәләр, нейропластика принциптарына таянып, “ябайҙан – ҡатмарлыға” принцибына таянып эшләнгән.
Тренажерҙың ошондай ҡорамалдарҙан айырмаһы – пациенттың көндәлек тормош өсөн кәрәкле әүҙем хәрәкәт итеүенә йүнәлтелгәнлеге. Сәләмәт кеше был ғәмәлдәрҙе бер нәмә уйламайынса атҡара, әммә неврология йәрәхәтләнеүенән һуң мейегә онотолған ғәмәлдәрҙе яңынан тергеҙергә өйрәнә. Тап ошо йәһәттән тренажер ярҙам итә.
Стоп-тренажер инженерҙарҙың үҙенсәлекле ҡарарына таянып атҡарылған: ғәҙәттәге хәрәкәт датчиктары урынына эске датчиктар ҡуйылған. Ул ҡулланыу өсөн ябай һәм ҡул функцияларының барыһын да контролдә тота ала. Ә алмаштырып була торған әйберҙәр һәм уйын сценарийҙары пациенттың иғтибарын йәлеп итә.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!