Йәмғиәт
30 Июля , 10:15

МХО ветерандары “Патриот” паркында уҡыусылар менән осрашты

2024 йылда старт алған «Ватанға хеҙмәт итәм» акцияһы 300-ҙән ашыу МХО яугире һәм ветераны  ҡатнашлығында үткән 1300-гә яҡын осрашыуҙы берләштерҙе. 

МХО ветерандары “Патриот” паркында уҡыусылар менән осраштыМХО ветерандары “Патриот” паркында уҡыусылар менән осрашты
МХО ветерандары “Патриот” паркында уҡыусылар менән осрашты

М.В. Серафимов исемендәге «Патриот» паркында махсус хәрби операция ветерандары Олег Мөфтәхетдинов һәм Андрей Константинов мәктәп уҡыусылары менән осрашты.

«Белем» Рәсәй йәмғиәтенең һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының «Ватанға хеҙмәт итәм» патриотик акцияһының бер өлөшө булған сара «Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы – Хәүефһеҙлек мәктәбе» профилле сменаһында ял иткән йәш активистарҙы йыйҙы.

Батырлыҡ ордены кавалеры һәм саңғыла уҙышыу буйынса спорт мастеры Олег Мөфтәхетдинов үҙенең ирекмәнлек юлы, Бахмут өсөн алыштарҙа ҡатнашыуы һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн балалар яҙған хаттарҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул был ихлас яҙмаларҙың рухи көс биреүен һәм уларға ышаныс өҫтәүен билдәләне.

Шулай уҡ Батырлыҡ ордены кавалеры һәм БПЛА операторы Андрей Константинов үҙенең хәрби һөнәре тураһында ентекле һөйләне. Ул әлеге ваҡыттағы хәрби хәрәкәттәрҙә пилотһыҙ авиацияның төп ролен аңлатты, шулай уҡ БПЛА операторҙары өсөн кәрәкле сифаттар – техник грамоталылыҡ, иғтибарлылыҡ һәм төрлө көсөргәнешле хәлдәргә сыҙамлылыҡ тураһында һөйләне.

Уҡыусылар, үҙ сиратында, «Үҙ ҡулдарың менән изгелек ҡыл» акцияһы сиктәрендә хәрбиҙәр өсөн посылкалар йыйыу, хаттар яҙыу һәм «ҡоро душтар» әҙерләүҙе үҙ эсенә алған ирекмәнлек эше хаҡында бәйән итте. Осрашыу модераторы Элина Сафина билдәләүенсә, тап йәш быуын шәфҡәтлелек һәм әүҙемлек күрһәткән башланғыстар нигеҙендә ысын патриотизм тыуа.

Ветерандар тыл һәм халыҡ ярҙамының роленә иғтибар бирҙе, өйҙән килгән әйберҙәр – ул матди ғына түгел, ә тәү сиратта һәр яугир өсөн ҡеүәтле мораль ярҙам, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Осрашыу һәр кемдең дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә алыуын күрһәтте.

Бынан тыш, 2 августа билдәләнгән Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө алдынан Андрей Константинов осрашыуҙа ҡатнашыусыларға был легендар ғәскәр төрөнөң тарихы, уның хәрби юлы һәм Ватанды һаҡлауҙағы роле тураһында һөйләне, быуындар күсәгилешлеге һәм десантсылар традицияларына хөрмәт күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Белешмә:

2024 йылда старт алған «Ватанға хеҙмәт итәм» акцияһы 300-ҙән ашыу МХО яугире һәм ветераны  ҡатнашлығында үткән 1300-гә яҡын осрашыуҙы берләштерҙе. Быйыл йәштәр менән осрашыуҙар Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнө, Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө һәм Рәсәй Хәрби-һауа көстәре көнө кеүек хәрби дан көндәренә арналып дауам итәсәк. Ветерандар асыҡ диалог форматында дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ, берҙәмлек һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ тураһында һөйләй, шулай уҡ үҙ тәжрибәһен хәрби һәм гражданлыҡ һөнәрҙәрендә ҡулланыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алыша.

Фото: «Белем» йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-07-30/v-bashkirii-veterany-svo-vstretilis-so-shkolnikami-v-parke-patriot-4766966

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас