Йәмғиәт
30 Июля , 09:30

Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала

Яңы танышы Татьяна Николаевна бик ихлас кеше булып сыға һәм үҙенең белгәндәре менән ихлас уртаҡлаша, сәскә үҫтереү серҙәре тураһында яҙа. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын алаМиәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала

Йылдың сағыу, төрлө төҫтәргә мансылған йәмле йәйеме йәки буранлы, сатлама һалҡын көндәре менән үҙенсә матур ҡышымы, йәиһә тотош донъя йәшеллеккә күмелә башлаған сихри яҙымы, тирә-йүн һары төҫкә мансылған алтын көҙөмө, ниндәй генә миҙгел булмаһын, сәскә һәр кемгә шатлыҡ, бәхет һәм дәрт-илһам бүләк итә.

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр мәҡәле. Минең бөгөнгө геройым, Миәкә районы ҡыҙы Зәлиә Мостаева үҫтергән береһенән-береһе сағыу, матур сәскәләр – яҡшы кәйеф сығанағы ул. Үҙенең дә бала саҡтан яратҡан сәскәһе бар. Ул яҙ һәм наҙ билдәһе - ләлә. Бәләкәйҙән Зәлиә ошо матурлыҡ донъяһын булдырырға хыялланған, тик ғаиләһе менән Өфө районының Шамонин ауылына күсеп килгәс кенә был уй-маҡсатын тормошҡа ашырыға ниәт иткән. Әммә башта бер нәмә лә килеп сыҡмай: магазиндан һатып алған ләлә орлоҡтары хатта шытмай. Был хәлгә башта аптырап ҡала Зәлиә, кәйефе лә төшә, тик сәмселлеге, ныҡышмаллығы һәм барыһын да аҙағына тиклем еткерергә яратҡанлығы барлыҡ ауырлыҡ-мәшәҡәттәрҙе еңеп сығырға булышлыҡ итә.

 – Сәскәләр тураһында үҙаллы өйрәндем, әллә күпме китап уҡыным, социаль селтәрҙә төрлө сәхифәләрҙе ҡараным. Бер мәл йәнә бер йәшник һуғанбашҡа заказ бирергә йөрьәт иттем,  – тип һөйләне уңған баҡсасы. – Башта был орлоҡтарҙы нимә эшләтергә белмәнем. Улар минең өсөн донъялағы иң затлы әйбер кеүек тойолдо. Шул ваҡыт Дондағы Ростов ҡалаһындағы бер ҡатынға яҙҙым.

Яңы танышы Татьяна Николаевна бик ихлас кеше булып сыға һәм үҙенең белгәндәре менән ихлас уртаҡлаша, сәскә үҫтереү серҙәре тураһында яҙа.

 – Барыһын да танышым өйрәткәнсә атҡарырға тырыштым. Һөҙөмтәлә һуғанбаштарҙың яртыһын ауылға алып ҡайтып баҙға ҡуйҙыҡ, икенсе өлөшөн һыуытҡысҡа урынлаштырҙыҡ. Аҙаҡ инде барыһын да тәҙрә төбөндә үҫтерҙем, тик 8 Мартта – Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә – сәскә атыр тип көткән ләләләрем 12-һенә генә өлгөрҙө, – ти Зилиә. – Әммә был хәлгә һис борсолманым, сөнки иң мөһиме – улар сәскә атты, хатта күбәйҙе. Ә мин уларҙы һатырға тип үҫтермәгәйнем. Ошо хәлдәр тураһында аптырап ҡатын-ҡыҙҙар чатына яҙҙым.  Улар бер нисә көн эсендә алып бөттө.  

Беренсе тапҡыр 600 һуғанбаштан байтаҡ килем алалар, киләһе йыл был һан дүрт меңде үтеп китә. Бының өсөн хатта өйҙөң бер бүлмәһен бушатырға тура килә, аҙаҡ төҙөлөп ятҡан яңы йорттарының икенсе ҡатын ләләләр “донъяһына” әүерелдерәләр.

Яратҡан шөғөлө бәхет өҫтәй Зәлиәгә. Тағы ире Ринаттың һәр ваҡыт ҡатынының барлыҡ башланғысын хуплап тороуы һәм терәк булыуы тормошона дәрт-ҡеүәт бүләк итә. Ул – нефтсе, эштән ҡайтҡас, ихаталағы мәшәҡәттәр менән ихлас булыша. Һөҙөмтәлә бынан бер нисә йыл элек теплица менән һыуытҡыс бүлмәнән торған комплекс төҙөгәндәр.

– Мин үҙем генә ошонсама эште атҡарып сыға алмаҫ инем, әлбиттә.  Сәскә үҫтереү технологияларын, йылытма ҡороу үҙенсәлектәрен өйрәнәм, сәскәләрҙе ҡарайым, һыу һибәм, һатам. Төҙөлөш, тупраҡ ташыу, ер ҡаҙыу кеүек көслө зат вәкилдәре атҡарырлыҡ эштәрҙең барыһын да  ирем эшләй. Бынан тыш, өс балабыҙ ҙа – Самира, Ильмира һәм Тимур – баҡса эштәренән ситтә ҡалмай,  – тип уңыш серҙәре менән ихлас уртаҡлашты Зәлиә.  

Уңғандарға уңыш юлдаш, тиҙәр. Зәлиә Мостаеваның да бәхет сере лә тырышлыҡта, сәмселлектә, етеүлектә һәм, әлбиттә, егәрлелектә.

Зәлиә Мостаеванан кәңәш:

- Ләләне октябрь аҙағында – ноябрь башында ултыртырға һәм тупрағы менән ҡуша һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Уларҙың ваҡытында сәскә атыуы, үҫеүе һәм дөрөҫ асылыуы өсөн һыуытыу мөһим. Ләләләр тамырланғас, йәшниктәрҙе йылытмаға сығарығыҙ һәм тәҙрәләр даими асыҡ торорға йәки вентилятор эшләргә тейеш. Ауырыуҙар таралмаһын өсөн тупраҡты йыл һайын алмаштырып тороу яҡшы.

Фотолар: Зәлиә Мостаеваның шәхси архивынан.

Өфө районы.

Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Миәкә ҡыҙының сәскәләре күҙҙең яуын ала
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас