Йәмғиәт
1 Августа , 14:25

Радий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осрашты

Красноусол ауылында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осрашты. Көн тәртибендә - муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре.

Радий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осраштыРадий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осрашты
Радий Хәбиров Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов менән осрашты

Венер Вәхитов Башҡортостан Башлығына райондың төп үҫеш күрһәткестәре, шулай уҡ уның биләмәһендә алдағы йылдарҙа барлыҡҡа киләсәк эре инфраструктура һәм социаль объекттар хаҡында һөйләне.

Мәҫәлән, урындағы бюджет килеме үҫә, урып-йыйыу кампанияһы яҡшы тиҙлектә бара. Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 15 процентын эшкәрткән дә инде. Уртаса уңыш гектарынан 44,5 центнер тәшкил итә.

Район иҡтисадының мөһим өлөшө инвестициялар, шул иҫәптән туристик тармаҡҡа, йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Венер Вәхитов ҡунаҡтар өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыуға булышлыҡ иткән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың әүҙемлеген билдәләне.

Тормошҡа ашырыуға планлаштырылған иң ҙур инвестиция проекттары иҫәбендә – яҡынса 500 миллион һумлыҡ акватермаль комплекс төҙөү һәм 150 миллион һум аҡса һалынған доломит оно етештереүен яйға һалыу.

- Райондың тәбиғәте бик матур. Һуңғы ваҡытта тап ошо өлкәгә күп инвестициялар килә, – тине Венер Вәхитов. - Был беҙҙән инженер һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе талап итә.

Ғафури районы башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә муниципалитетҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, "Коммуналь инфраструктураны яңыртып ҡороу" төбәк проекты сиктәрендә Красноусолда 14 километрлыҡ һыу үткәргес төҙөүгә һәм баҫым коллекторын капиталь ремонтлауға тотонғандар.

Бынан тыш, былтыр Республика булышлығында Красноусол ауылының биш урамына асфальт түшәлгән. Быйыл уның 7,5 саҡрым оҙонлоғондағы урау юлын да тәртипкә килтерергә планлаштыралар.

Шул уҡ ваҡытта райондың тораҡ пункттарын тоташтырыусы автомобиль юлдары участкалары ныҡ туҙған  һәм иғтибарҙы талап итә. Радий Хәбиров юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә финанслау бүлергә ҡушасағын билдәләне.

Муниципалитетта төҙөкләндереү өлкәһендәге башланғыстар ҙа тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса Красноусолда Мәжит Ғафури исемендәге майҙан яңыртылды. Яҡын киләсәктә Көгөш йылғаһы буйында йәйәү йөрөү зоналары һәм спорт майҙансыҡтары менән "Атай паркы" йәмәғәт киңлеген булдырыу, шулай уҡ район үҙәгендә тротуарҙар һәм йәйәүлеләр зоналарын төҙөкләндереү планлаштырыла.

Төбәк етәксеһе социаль объекттар төҙөүгә һәм яңыртыуға иғтибар итте.

-Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәрҙе ремонтлау федераль программаһында ҡатнашыу өсөн районға булышлыҡ итергә тырышасаҡбыҙ. Биш-алты уҡыу йортон тәртипкә килтерергә мөмкин буласаҡ. Ошо көндәрҙә шифаханаларҙы үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙек, Унда "Красноусол" шифаханаһы буйынса пландарҙы ла тикшерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, муниципаль идара итеү командаһы бик әүҙем, эшлекле. Мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ошондай тырышлыҡты күргәндә, һәр саҡ ярҙам итке килә.

 

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/rabochaya-vstrecha-s-glavoy-administracii-gafuriyskogo-rayona-venerom-vahitovym/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас