

Зөһрә Рәхмәтуллина тыуған яғына йылы хистәрен белдереп, йыш ҡына матур яҙмалар ҡалдыра. Ә бына быныһы һағышлы ла. Мәрхүм атаһын иҫкә төшөргән ул. Уҡыйыҡ.
"Әсәйем вафат булғандан һуң атайым өйләнмәне. Унан 10 йәшкә олораҡ булып, 20 йыл яңғыҙ йәшәне. Һуңғы йылдарҙа уның аяҡтары һыҙлай башланы, 80 йәшлек кешегә тәрбиә кәрәк ине. Әммә ул бер ниндәй ҙә өгөтләүҙәргә ризалашманы: үҙе төҙөгән һәм әсәйебеҙҙең рухы һаҡланған йортта ғына йәшәйәсәген белдерҙе. Ҡалаға барырға теләмәне, ағайыма ла күсенгеһе килмәне. Зимфира еңгә көн һайын ике хужалыҡ менән мәктәп араһында йүгергеләне, агроном ағайым, совхоз бөтөрөлгәндән һуң, уҡытыусылыҡҡа тотоноп, көнө буйы мәктәп эшенән бушаманы.
Бер ваҡыт, Мәскәүҙән өйгә ҡайттыҡ, тик ишектә ҙур йоҙаҡ ҡаршы алды, ашығып ағайымдарға барҙыҡ. Ҡыҙыҡ: атайымдың эте лә, атайым үҙе лә бында. Киленебеҙ, йылмайып: "Атай хәҙер беҙҙә йәшәй", - ти. "Һеҙ уны нисек күндерҙегеҙ?" - тип һораным.
Зимфира еңгәй шым ғына:
- Күптән түгел иртән мәктәпкә барыр алдында ҡайным янына индем. Ә ул бик күңелһеҙ ултыра: баҡһаң, төшөндә үлем фәрештәһе Ғазраил килгән дә "Һинең артыңдан килдем, Йыһанур, йыйын. Тик урамдың теге осона ғына барып, тағы ла икәүҙе алып киләм дә", тигән. Ҡайным күҙ йәштәренә төйөлөп "Килен, оҙон ғүмер кисерҙем, әммә барыбер китәһе килмәй", ти, - тип һөйләне. - Нисектер башыма бер уй килде һәм уға "Әйҙә, Ғазраилды алдайыҡ! Әйберҙәрҙе тиҙ генә йыйып, беҙгә күсенәбеҙ! Адресты үҙгәртәбеҙ! Икенсе урамда, йортта Ғазраил һине тапмаясаҡ!".
Атеист һәм коммунист атайым ышана. Этен дә ҡыйынлыҡ менән булһа ла был йорттар ҡалырға күндерәләр. Атайымды тупһаға сығарып күрһәтеп, бына хужаң да бында йәшәйәсәк, тигәс, эт тә ҡала.
Әммә был тарихтағы иң сәйер, хатта ҡурҡыныс нимә шул: тиҙҙән "урамдың теге осонда" ике кеше бер-бер артлы вафат булды, ә атайым тағы ла һигеҙ оҙаҡ йыл йәшәп, оҙон ғүмер кисерҙе.
Беҙ йыш ҡына бергә йыйылғанда был тарихты иҫкә төшөрәбеҙ. Ағайыбыҙға һәм аҡыллы еңгәйебеҙгә атайыбыҙҙың уларҙың ғаиләһендә бәхетле йәшәгәне өсөн рәхмәт!
Фото: Зөһрә Рәхмәтуллинаның шәхси архивынан.