Йәмғиәт
2 Августа , 09:00

Ниндәй ул "Әбейҙәр матайы"?

"Асҡар урамында урта йәштәге ҡатындарҙың йөрөгәнен ҡыҙыҡ күреп ҡарай инем, тыуған ауылыма ҡайтһам, 66 йәшлек Суфия еңгәйем Мусина эре генә теге матайҙа елдереп йөрөп ята", - ти Рәхимә Мусина.

Ниндәй ул "Әбейҙәр матайы"?Ниндәй ул "Әбейҙәр матайы"?
Ниндәй ул "Әбейҙәр матайы"?

Хәҙер кешене бер ни менән дә аптыратып булмай. Заманаһы шундай.
Тик барыбер өлкәнерәк йәштәге апайҙарҙың ауыл урамында трициклда елдереүе ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла!

"Әбейҙәр матайы. Трицикл тип атала икән. Асҡар урамында урта йәштәге ҡатындарҙың йөрөгәнен ҡыҙыҡ күреп ҡарай инем, тыуған ауылыма ҡайтһам, 66 йәшлек Суфия еңгәйем Мусина эре генә теге матайҙа елдереп йөрөп ята. Ә ниңә йөрөмәҫкә, Ҡырҙас урамдары тулыһынса асфальт бит. Хыт магазинға, хыт ҡунаҡҡа - үҙ техникаң булыуға етәме? Етмәһә, бензин да һорамай", - тип яҙа Әбйәлил ҡыҙы, блогер Рәхимә Мусина.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Әбейҙәр матайы"нда елдереүселәр бармы?

Сығанаҡ: Рәхимә Мусина

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙhttps://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Карима Усманова
Читайте нас