

Йәйге ялында Руслан Хайсаров уҡытыусыһы менән осрашҡан. Ҡатыны, шулай уҡ актриса Гөлназ менән Тәнзилә Малабаеваның хәлен белә ингәндәр.
"Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы Малабаева - Мәләүез ҡалаһында 9-сы башҡорт гимназияһын булдырыуға, үҫтереүгә, оҙаҡ йылдар башҡорт балаларына, бигерәк тә ауыл балаларына тәрбиә, белем биреү өсөн зур көс һалған уҡытыусым, директор, шәхес. Үҙ ҡанаты аҫтына алып, беҙҙе тәрбиәләп, әҙәбиәткә мөхәббәт тыуҙырып, күп көс түкте ул. Быйыл 70 йәшен билдәләне. Хөрмәт итәм. Рәхмәтлемен", - тип яҙған.
Июль айында юбилейын билдәләгән уҡытыусыны беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ-бәхет теләйбеҙ!
Фото: Р. Хайсаровтың сәхифәһенән.