Йәмғиәт
3 Августа , 08:30

Әбйәлилгә алыҫтан ҡорот, талҡан, бишбармаҡ эшләргә өйрәнеү өсөн килделәр

Блогер ҡыҙ ҡорот ҡайнатҡанды, талҡан яһағанды ҡараған. Ә иң нығы уға бишбармаҡ оҡшаған.

Әбйәлилгә алыҫтан ҡорот, талҡан, бишбармаҡ эшләргә өйрәнеү өсөн килделәрӘбйәлилгә алыҫтан ҡорот, талҡан, бишбармаҡ эшләргә өйрәнеү өсөн килделәр
Әбйәлилгә алыҫтан ҡорот, талҡан, бишбармаҡ эшләргә өйрәнеү өсөн килделәр

Рәсәйҙең Киров өлкәһенән "Өйгә мәҙхиә" блогын алып барған Олеся яңыраҡ Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Буранғол ауылына килгән. Ул интернетта "Башҡорт ауылындағы тормош" хужабикәһе Лилиә Ханованың блогын ҡарап, үҙенең дә беҙҙең ерҙәрҙе күргеһе килеп киткән.

Блогер Олеся Лилиәлә ҡунаҡта булып, уның ҡорот ҡайнатҡанын, әсәһе Нурсилә апайҙың талҡан эшләгәнен күҙәтеп, видеоға төшөрөп ала һәм ҡайтҡас, үҙенең блогында баҫтыра. Уға ыҫланған ҡорот, Әбйәлил бишбармағы, эслеге һауа булған бәлештәр - йыуаса - бик оҡшай. Ә талҡанды өйҙә үҙем эшләп ҡарайым тип тарттырылған бойҙай онон алып ҡайтып китә.

Ҡыҙ Буранғол ауылының тәбиғәтенә, кешеләренә ғашиҡ була. Ярты сәғәтлек видеояҙмала ауыл тормошон тасуирлап күрһәтә.

Фото: https://vk.ru/club71115295

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас