Йәмғиәт
3 Август , 17:40

Кемдәр төҫлө төш күрә?

Кемдәр эмбрион хәлендә йоҡлай? Ни өсөн төштәр онотола һәм башҡа ҡыҙыҡлы факттар тураһында сайтта уҡығыҙ. Хәйерле төн!

Кемдәр төҫлө төш күрә?Кемдәр төҫлө төш күрә?
Кемдәр төҫлө төш күрә?

 

Кемдәр эмбрион хәлендә йоҡлай? Ни өсөн төштәр онотола һәм башҡа ҡыҙыҡлы факттар тураһында сайтта уҡығыҙ. Хәйерле төн!

Төштәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар.

12 процент халыҡ төштө аҡлы-ҡаралы төҫтә генә күрә икән. Төҫлө телевизор барлыҡҡа килгәс ундайҙарҙың һаны тағы ла кәмегән. Күпселек, бигерәк тә хисле кешеләр, йәштәр, тиҙ генә әүен баҙарына китеүселәр төҫлө төштәр күрә, тигән мәғлүмәт бар - был бер ниндәй ҙә ауырыу билдәһе түгел, ә физиологик норма тип иҫәпләнә.

Бесәйҙәр өстән ике өлөш ғүмерен йоҡлап үткәрә. Жирафҡа көнөнә 1,9 сәғәт йоҡомһорап алыу ҙа етә, ә ябалаҡ 19,9 сәғәтен ойоп үткәрә.

Кешеләр ғүмеренең 1|3 өлөшөн йоҡлай. Әлбиттә, был дөйөмләштереп алынған һандар. 1964 йылда Калифорния студенты 11 көн йоҡламайынса йәшәй алған. Тик оҙаҡ ял итмәү һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата, сөнки йоҡоһоҙлоҡ аслыҡҡа ҡарағанда ла кешене тиҙерәк бөтөрә.

Халыҡтың 15 проценты - лунатик, йәғни йоҡоһонда йөрөүселәр. Ундайҙарҙы уятырға, һелкетергә ярамай, ипләп кенгә ыңғайлатып урынына ятҡырырға кәрәк.

Иртән уянып биш минут үтеүгә төштәрҙең 50 проценты онотола, тағы биш минуттан 90 проценты хәтерҙән бөтөнләйгә юйыла. Зигмунд Фрейд, төштәр - ул башты баҫып торған уйҙарыбыҙҙың сағылышы, шуға күпселек уларҙы тиҙерәк оноторға тырыша, тип яҙған.

Кешенең нисек ятыуына ҡарап уның холҡон да күҙаллап була, тип иҫәпләй белгестәр. 40 процент тирәһе кеше эмбрион хәлендә йоҡлай икән. Ундайҙар бик һиҙгер, хисле, улар үҙгәрештәрҙән һәм кешеләргә асылыуҙан ҡурҡа. Уң яҡ ҡабырғала йоҡлаған 15 процент халыҡ аралашыусан. Ә инде ҡабырғала һәм бер аҙ артҡа ҡайҡайып ята икән, ул, аралашыусан булыу өҫтөнә, шиксел дә. Салҡан ятып йоҡлаусылар яңғыҙлыҡты ярата.

Ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы, мул эш хаҡы алғандар тыныс йоҡлай, тигән ҡыҙыҡлы фактҡа ла осрарға тура килде.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас