Йәмғиәт
3 Августа , 16:10

“Ласточка” һәм “Финист” электр поездарында мәғлүмәт ике дәүләт телендә бирелә

2026 йылдың 20 июленән Өфө ҡала агломерацияһында Дим — Иглин участкаһында йөрөгән “Ласточка” һәм “Финист” заманса электр поездарында пассажирҙар өсөн мәғлүмәт ике дәүләт телендә — рус һәм башҡорт телдәрендә бирелә.

“Ласточка” һәм “Финист” электр поездарында мәғлүмәт ике дәүләт телендә бирелә“Ласточка” һәм “Финист” электр поездарында мәғлүмәт ике дәүләт телендә бирелә
“Ласточка” һәм “Финист” электр поездарында мәғлүмәт ике дәүләт телендә бирелә

Башҡортостанда “Ласточка” һәм “Финист” электр поездарында пассажирҙар өсөн мәғлүмәт ике дәүләт телендә — рус һәм башҡорт телдәрендә трансляциялана.

 

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы сиктәрендә, шулай уҡ “Пассажир йылы” башланғыстарын дауам итеп, “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” Акционерҙар йәмғиәте Куйбышев тимер юлы менән берлектә яңы хеҙмәтләндереү стандарттарын индерә.

 

2026 йылдың 20 июленән Өфө ҡала агломерацияһында Дим — Иглин участкаһында йөрөгән “Ласточка” һәм “Финист” заманса электр поездарында пассажирҙар өсөн мәғлүмәт ике дәүләт телендә — рус һәм башҡорт телдәрендә бирелә.

 

Артабан был эш дауам ителәсәк.

 

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас