

Чат-бот күп функциялы үҙәк бүлексәләренә ҡабул итеүгә яҙылырға, яҙманы ғәмәлдән сығарырға, мөрәжәғәт статусын, үҙәктәрҙең эш графигын һәм уларҙың адрестарын белергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ҡулланыусылар күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын баһалай һәм теләктәрен ҡалдыра ала.
- Был һыналған, хәүефһеҙ һәм ысынлап та уңайлы инструмент, ул күп функциялы үҙәккә барыуҙы планлаштырырға ярҙам итә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова.
Чат-бот менән эш башлар өсөн, һылтанма буйынса ғына үтергә кәрәк: max.ru/mfcrb02_bot
------------------------------------------------------------------------------------------------
Беҙҙең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan