

Мәҙинә апай күптәнге танышым. Йөҙгә матур, ихлас күңелле кеше. Уның бер ҡасан да зарланып, күңелһеҙләнеп йөрөгәнен күргәнем юҡ. Ә бына тормош юлы ябай түгел. Был турала күптән түгел күрешкәндә асылып һөйләп алды.
–Педучилищены уҡып бөткән йылды, йыраҡ райондан бер егет менән танышып, уға кейәүгә сыҡтым. Эше ауыл хужалығы менән бәйле ине. Шуға уның тыуған ауылында төпләнеп, ҡәйнәм менән ҡайнымдың йортонда йәшәп алып киттек. Ауыл мәктәбендә миңә лә эш килеп сыҡты, иремде лә шундағы бер хужалыҡҡа механизатор итеп саҡырҙылар.
Ярты йылға яҡын йәшәп өлгөргәнбеҙҙер , бер көн ауылдан бер туған ағайым килеп етте. Кәйефе юҡлығына ҡарап өйҙә нимәлер булғанын аңланым.
–Әсәйем ҡаты ауырып, дауаханаға эләкте. Аяҡтарына баҫа алмай. Уны ҡарарға кәрәк. Ҡайтып ярҙамлаш инде. Һинән башҡа кешебеҙ юҡ бит, – тине ул сәйен бер- ике йотоуға.
Әсәйемдең хәле насарланыуын ҡапыл ишеткәс, юғалып ҡалдым. Тиҙ-тиҙ генә әйберҙәремде йыя башланым. Ирем дә ҡаршы килә алманы. Шулай итеп әсәйемдең хәле еңеләйгәнсе тип тыуған ауылыма ҡайтып киттем.
Мин уйлағанса тиҙ генә килеп сыҡманы барыһы ла. Әсәйемдең хәле ҡатмарлашты, таяҡҡа таянып ҡына хәрәкәт итте, бер үҙе йәшәрлек түгел ине. Илле йәштәге ҡатын бирешмәҫ, хәле яҡшырыр тип өмөтләндек. Ай артынан айҙар үтте. Уның хәле ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне.
-Балам, мине ташлап китмә инде. Һин китһәң кем ҡарай мине. Ағайың тәрбиәләй алмаясаҡ бит, - тип туҡтауһыҙ иланы.
Бындай хәл килеп сығыуына ирем дә бик борсолдо. Аҙна һайын тиерлек килеп йөрөнө.
-Ҡәйнәм, әйҙә , беҙгә күсенеп бар. Ҡараулы булырһың. – тине ул.
–Ҡуй, өйһөҙ кеше кеүек нишләп кеше тупһаһында йөрөйөм ти инде?Үҙ йортомдан бер ҡайҙа ла китмәйем, - тип үҙ һүҙләнде. Мин уға ҡаршы һүҙ әйтә алманым.
Сараһыҙҙан миңә ауылда тороп ҡалырға тура килде.
-Ҡарт кеше кемгә кәрәк инде. Бәләкәй саҡта ғына әсәй кәрәк бит ул. Ҡартайған кешене кем яратһын. Үлеп ятһам да ҡайғырыусы булмаҫ, - тип бер туҡтауһыҙ үҙен көйләтте.
Әсәй хаҡы бар бит. Уны ташлап бер ҡайҙа ла китә алманым. Яңғыҙ ҡалыуыма күндем.
Иремдең ауылға килеүе лә һирәгәйҙе. Яйлап аралар һыуынды. Һөҙөмтәлә айырылышып ҡуйҙыҡ. Һуңынан иремдең икенсегә өйләнеүе тураһында ишеттем.
Аҙаҡ мәктәпкә урынлаштым. Көнө буйы эштә, аҙаҡ йүгереп ҡайтып әсәйемде тәрбиәләйем. Шулай ваҡыт үткәнен дә һиҙмәнем.
Сирләйем дә сирләйем тигән әсәйем хәҙер 80 йәшкә етте. Һаман шулай мыжый, үҙен көйләтә. Үҙем 50 йәштәмен. Минең дә һаулығым ҡаҡшай башланы. Әсәйем мине һаман йәш һымаҡ итеп күрә. Бөтә ғүмерем уны көйөнә тороп үтте.Үҙемдең тормошом менән йәшәмәнем дә. Шуға үкенәм, – тине моңһоуланып Мәҙәнә апай.
Автор фотоһы.