Йәмғиәт
3 Августа , 13:40

Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?

Рецепт бик ябай һәм тиҙ. Колбаса ябай ингредиенттарҙан әҙерләнә, ашарға, бутербродтарға һәм салаттарға һалырға йә йәшелсәләр һәм соустар менән тәҡдим итергә мөмкин.

Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?
Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?

Баймаҡ ҡалаһынан шағирә Айгөл Иҙелбаева яҫмыҡ ярмаһынан (чечевица) колбаса эшләргә өйрәтә. Рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

"Был колбаса – итле колбасаға шәп альтернатива: аҡһымға бай, консистенцияһы ярайһы ғына ҡаты, колбаса формаһын тота, веган менюһына бик яраҡлы. Рецепт бик ябай һәм тиҙ. Колбаса ябай ингредиенттарҙан әҙерләнә, ашарға, бутербродтарға һәм салаттарға һалырға йә йәшелсәләр һәм соустар менән тәҡдим итергә мөмкин.

Шулай итеп, әҙерләйбеҙ.

Бының өсөн кәрәк: 1 стакан яҫмыҡ ярмаһы, 1 кишер, 1 һуған, 1 бешкән сөгөлдөр, 1 һарымһаҡ, лимон һуты, төрлө тәмләткестәр (паприка, ҡара борос, кориандр, тмин), желатин йәки агар-агар.

Иң тәүҙә чечевицаны йыуабыҙ һәм өҫтөнә һыу ҡойоп, 2 сәғәткә йәиһә 1 төнгә ултыртабыҙ (ярманы сода менән йыуырға кәңәш ителә).

Эшкә тотонорҙан алда желатиндың (йәки агар-агарҙың) өҫтөнә һыу ҡойоп, бүрттерергә ултыртабыҙ.

Һыуын түккәс, чечевицаны блендер һауытына һалып, өҫтөнә ярты балғалаҡ тоҙ, ҡара борос, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакан йылы һыу ҡойоп, блендер менән әйләндерәбеҙ. Уның өҫтөнә һуғанды, кишерҙе, һарымһаҡты телеп һалабыҙ ҙа тағы әйләндерәбеҙ.

Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, өҫтөнә берәр аш ҡалағы паприка, кориандр, тмин һалабыҙ һәм талғын утта 10 минут тирәһе болғата-болғата бешерәбеҙ.

Желатинды ла йылытабыҙ (ҡайнатмайбыҙ!).

Сөгөлдөрҙө ҡырғыстан ҡырып, бешеп ултырған массаға һалабыҙ. Шулай уҡ желатин, иң аҙаҡ лимон һутын да ҡушып, блендер менән тағын бер тапҡыр болғатабыҙ.

Әгәр блендерһыҙ ғына аҡ фасоль ҡушып болғатып ебәрһәгеҙ, телгән саҡта колбасаның эсендәге аҡ май һымаҡ күренеп торасаҡ, тик был мотлаҡ түгел.

Массаны оҙонса блендер һауытына ҡойоп, һыуытҡысҡа бер нисә сәғәткә ултыртабыҙ. Шулай итеп, чечевицанан колбаса әҙер! Мммм, еҫееее, тәмеееее!.. Магазин колбасалары ары торһон!"- тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Айгөл Иҙелбаева.

Ә һеҙ шундай колбаса эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Комментарийҙар яҙығыҙ әле.

Фото һәм сығанаҡ: Айгөл Иҙелбаева

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?
Яҫмыҡ ярмаһынан колбаса эшләгәнегеҙ бармы?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас