

Башҡортостанда “Салауат Юлаев” хоккей клубының 19 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Әмир Ханов ҡапыл вафат булған. Фажиғә 2 августа Өфөлә булған. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, йәш егет йөрөгән ҡыҙы менән бергә балсыҡтан йәбештереү буйынса оҫталыҡ дәресенә барған. Бер мәлдә ул аңын юғалта. Урынға саҡырылған табиптар уны ҡотҡара алмай: ул үлгән була. Сәбәбе әлегә билдәләнмәгән .
Әмир Ханов 2007 йылдың 10 февралендә тыуған . Ул 2017 йылдан 2023 йылға тиклем “Салауат Юлаев” системаһында шөғөлләнгән. 2022/2023 йылдар миҙгелендә Волга буйы төбәге буйынса Рәсәй беренселегендә “Салауат Юлаев” командаһының иң һөҙөмтәле һаҡсыһы була.
2022 йылда Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында “Сириус кубогы”н яулай . Һуңғы ике миҙгелдә милли йәштәр хоккей лигаһында Рыбинсктың “Полет”ы һәм “Һамар” өсөн сығыш яһай .
Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашығыҙ!
Фото: "Моя Уфа" каналы.