Йәмғиәт
4 Августа , 05:00

"Алла кем ул? Пугачевамы?"

"Әйтергә теләгәнем шул ине: тәнҡитселәргә ярайым тип, мин бер осор “Аллаһ” тип яҙып та ҡараным, нисектер тана һөтө әсә һөтөн еңә алманы, күңелем ҡабул итмәне. Унан “Хоҙай” тип ҡотолоп ҡалырға уйланым. Юҡ, әпәт! “Хоҙай тип яҙмағыҙ, Аллаһтың ундай исеме юҡ”, - тип ябырылды белгестәр. Алланың йөҙ исеме бар тиҙәр икән, шуларҙың береһе ниңә Хоҙай булмаҫҡа тейеш улайһа?" - ти Әбйәлил блогеры.  Әбйәлил районныда йәшәгән блогер Рәхимә Мусинаның түбәндәге яҙмаһы кемдәлер бәхәс тыуҙырыр, күптәре риза булыр, моғайын. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ла тәҡдим итәбеҙ.

"Алла кем ул? Пугачевамы?""Алла кем ул? Пугачевамы?"
"Алла кем ул? Пугачевамы?"

Әбйәлил районныда йәшәгән блогер Рәхимә Мусинаның түбәндәге яҙмаһы кемдәлер бәхәс тыуҙырыр, күптәре риза булыр, моғайын. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ла тәҡдим итәбеҙ.

Әҙәм балаһы олоғая килә “Алла бирһә”, "Алла ҡушһа”, “Аллаға шөкөр” һүҙҙәрен йышыраҡ ҡушып һөйләшә һәм яҙа башлай. Һөйләгәндә ярай бер хәл, ә бына поста яҙһаң - фсё инде. Әбизәтелнә берәү: “Кем ул Алла? Пугачевамы? Ошо беҙҙең халыҡ ҡасан Аллаһ тип дөрөҫ яҙырға өйрәнер икән?”- тип комментарий биреп ҡуясаҡ һәм ҙур бәхәс ҡуптарасаҡ. (Һүҙ битләүемдәге түгел, ә төрлө төркөмдәр күсереп баҫтырған постарым аҫтындағы комментарийҙар тураһында бара).

Мин, төпкөл башҡорт ауылы ҡыҙы, бәләкәй сағымда уҡ Алла Пугачева кем икәнен белә торғайным, олораҡтар күптән белгәндер инде, әммә берәүҙең дә йырсыны күктә йәшәгән Алла бабай (беҙгә шулай аңлаттылар) менән бутарға башына килмәй ине. Бөтә әҙәби китаптарҙа ла яҙыусылар “алла” тип яҙҙылар, аяттарҙа ла “алла” тип һөйләнеләр, ә өҫтәмә “һ” хәрефе аҙаҡ, совет власы бөтөп, дин көсәйгәс кенә барлыҡҡа килде. Ғәрәп теленән алыптырмы, әллә башҡа төрки телдәргә эйәрептерме? Татарҙар ҙа йыш ҡына “Алласы” тип һөйләйҙәр инде, уларҙың теленә шулай килешә лә кеүек.

Ә бына беҙҙең башҡорт телендә шул “һ” хәрефе үҙенә күрә ҡатмарлыҡ тыуҙыра ла ҡуя инде, миңә ҡалһа. Айырыуса килеш ялғауҙары ҡушҡанда артыҡ төҫлө. “Аллаға, Алланы, Алланан” тип әйтеп өйрәнгән тел “Аллаһҡа, Аллаһты, Аллаһтан” тип әйтергә ҡарыша ла ҡуя инде. Ниндәйҙер барьер аша үткәндә һөрлөккән кеүек. “Аллаһҡа шөкөр”, “Аллаһ бирһә” тип үҙеңде көсләп әйттереү йә яҙыу ниндәйҙер изге нәмәгә, әсәй өйрәткән тәртипкә хыянат иткән кеүек. Телдең тәбиғи ағышы, көйө боҙолған кеүек.

Тел бит - йәнле нәмә, ул да үҙенсә йәшәй, сит телдән ингән һүҙҙәрҙе шул килеш кенә ҡабул итмәй, үҙ закондарына яйлаштырып, үҙенә уңайлы булғанса әүәләй. Меңәр йылдар элек башҡорт был һүҙҙе үҙенә ҡулайлаштырып Алла тип алған бит инде. Ул егерменсе быуатта Алла исемле бөйөк Пугачева тыуыр ҙа, уның менән бутап маташырҙар тип уйлай белмәгән...

Әллә ҡайҙа төшөп киттем шикелле. Әйтергә теләгәнем шул ине: тәнҡитселәргә ярайым тип, мин бер осор “Аллаһ” тип яҙып та ҡараным, нисектер тана һөтө әсә һөтөн еңә алманы, күңелем ҡабул итмәне. Унан “Хоҙай” тип ҡотолоп ҡалырға уйланым. Юҡ, әпәт! “Хоҙай тип яҙмағыҙ, Аллаһтың ундай исеме юҡ”, - тип ябырылды белгестәр. Алланың йөҙ исеме бар тиҙәр икән, шуларҙың береһе ниңә Хоҙай булмаҫҡа тейеш улайһа?

Әйҙәгеҙ, кем үҙе нисек теләй – шулай яҙһын, әйтһен. Аллаһ тиеүселәр өсөн Аллаһ булһын. Ә миңә бала саҡтан әсәм аша телемә, йәнемә һеңгән “Алла”, “Хоҙай” исемдәре барыбер ҡәҙерлерәк",  -тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы.

Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙһағыҙ ине.

Сығанаҡ: Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Беҙҙең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Карима Усманова
Читайте нас