Йәмғиәт
5 Августа , 11:30

Өфөлә ҡайҙа сират бар?

Райондарҙа хәл төрлөсә: кисә бер муниципалитетта ғына бензин булмаған, бөгөн биш райондан ялыуҙар килгән.

Өфөлә ҡайҙа сират бар?Өфөлә ҡайҙа сират бар?
Өфөлә ҡайҙа сират бар?

Бөгөн республикала яғыулыҡҡа бәйле һуңғы хәл-торош буйынса көндәлек брифинг үтте. Уны Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телеканалында ойоштора.

Һөйләшеүҙән билдәле булыуынса, хәл тотороҡланыуын дауам итә. Мәҫәлән, Өфөлә сираттар Дим биҫтәһендә генә ҡалған. Был турала сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин хәбәр итте.

– Был яңы төҙөлөштәр күп булған халыҡ тығыҙ йәшәгән район, ә унда яғыулыҡ ҡойоу урындары аҙ. Дөйөм алғанда, ҡала буйынса мониторинг кәрәклеге юҡҡа сыҡты, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итеүҙән туҡтаны, әммә ярҙам кәрәк булһа, һәр ваҡыт яңынан ҡушылырға әҙер. Уларға иң ҡыҙыу көндәрҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт», — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Райондарҙа хәл төрлөсә: кисә бер муниципалитетта ғына бензин булмаған, бөгөн биш райондан ялыуҙар килгән.

"Бөгөн пилотһыҙ хәүеф режимы менән бәйле 10-дан 12.30-ға тиклем яғыулыҡ бушатыу башҡарылмаған, шуға күрә ҡайһы бер тотҡарлыҡтарға әҙер булырға кәрәк. Әммә кискә бензовоздар иң алыҫ нөктәләргә барып етәсәк, яғыулыҡ буласаҡ, — тине Эдуард Мостафин.

Брифингта Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов тура бәйләнешкә сығып сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, был ялдарҙа районда ҙур сара – “Малидак” спорт фестивале үтә. Унда биш мең самаһы кеше килеүе көтөлә. Шуға күрә райондың АЗС-тарына яғыулыҡ өҫтәләсәк.

Дөйөм алғанда, Белорет районында хәлдәр һәйбәт. Бөтә заправкалар ҙа, уларҙа бөтә колонкалар ҙа эшләй, яғыулыҡтың бөтә төрө лә бар.

Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт министры Любовь Минакова фестивалгә “Айғыр” туристик поезында барып етеү мөмкинлеген иҫкә төшөрҙө.

– Республикала йөрөгән 2200 автобусҡа килгәндә, уларҙың 80 проценты дизель яғыулығы, 20 проценты газ, 1 проценты ғына бензин менән эшләй. Яғыулыҡ менән проблемалар арҡаһында маршрутҡа транспорт сыҡмай ҡалған бер генә осраҡ та булманы, – тине ул.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ:  https://max.ru/gasetabashkortostan

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас