+22 °С
Дождь


Кисә "Салауат Юлаев" хоккей клубыныың 19 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Әмир Ханов вафат булғайны. Ул ҡыҙы менән осрашып, балсыҡ әүәләү буйынса оҫталыҡ дәресенә барған була.
Шунда ҡапыл аңын юғалта. Ярҙам итергә тырышһалар ҙа, егетте ҡотҡара алмайҙар.
Мәғлүмәттәр буйынса, йәш хоккейсының йөрәк менән проблемалары була, һөҙөмтәлә тромб өҙөлә. Атаһы ошо хаҡта хәбәр итеп, әле һаман тулы диагноз юҡ, тип яуап бирә.
Фото: социаль селтәрҙән.