

"Намаҙ уҡыған иманлы бер ир менән таныштым. 43 йәш үҙенә. Айырылғанына ике йыл икән. Сәбәбе – ҡатыны яулыҡ ябынмаған, намаҙға баҫмаған. 20 йәшлек ҡыҙы бар. Фатирында ғаиләһе ҡалған, үҙе кеше фатирында тора.
Үҙе әйтеүенсә, ауылға ҡайтып, йорт күтәрергә хыяллана. Төҙөлөштә эшләп, аҡса ла туплай башлаған. Ҡыҫҡаһы, минең хыялымдағы ир был. Мин дә ауылда тыуһам да, ҡалала йәшәлде. Әле ауылға ҡайтып, мунса яғып, мал-тыуар үрсетеп йәшәү – күптәнге уйым.
Шулай киләсәккә пландарҙы уртаға һалып, ике аҙна телефондан һөйләштек. Әммә бер көн һүҙгә килештек. Миңә кейәүгә сыҡһаң, ҡыҙыңды ла кейәүгә бирәбеҙ, ти. Бәлиғ булған ҡыҙ иргә сығып йәшәргә тейеш, имеш. Эй асыуым килде!
19 йәшлек ҡыҙым бар минең. Ҡыҙ баланың иманлы егеткә кейәүгә сығып, иренең ышығында тормош көтөүе – һәр әсәй өсөн хыял. Мин үҙем намаҙҙа, әлхәмдилуллаһ. Шулай ҙа, әле үҙе лә минең менән күрешмәгән көйөнсә ҡыҙымдың тормошон хәл итергә тырышыуы күңелемде ҡырҙы. Үҙенең ҡыҙын да 19 йәштән кейәүгә биргән булһа, мин уны аңлар инем. Шулай үҙ балаһына тәрбиә бирә алмаһа ла, башҡаларҙың ғәйебен күрә белә инде ҡайһы бер ирҙәр...
Әрепләшкәнгә үҙем уңайһыҙландым, Аллаһ Тәғәлә белеп тора бит инде тип ҡурҡтым. Әммә асыуымды ла баҫырлыҡ түгел ине. Шул һөйләшеүҙән һуң беҙҙең аралар өҙөлдө. Ул бүтән шылтыратманы...
Гөлфиә Г."