Йәмғиәт
8 Августа , 20:00

Башҡортостан аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәк

Урыны менән йәшенле ямғырҙар, төньяҡ райондарҙа ҡойма ямғырҙар булыуы һәм елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Башҡортостан аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәкБашҡортостан аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәк
Башҡортостан аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәк

Республиканың Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 9-10 августа Башҡортостан аша һалҡын атмосфера фронты үтәсәк.

Урыны менән йәшенле ямғырҙар, төньяҡ райондарҙа ҡойма ямғырҙар булыуы һәм елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +25, +30 буласаҡ. Киләһе аҙнаның уртаһынан ямғырҙар туҡтаясаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары әгәр көслө ел сыҡҡанда урамда булһағыҙ, ер аҫты үткәүелендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Электр тапшырыу линияларынан, ағастарҙан һәм насар нығытылған конструкцияларҙан ситтә тороғоҙ, автомобилдәрегеҙҙе уларҙың эргәһенә ҡуймағыҙ. Ел иҫкәндә янғын хәүефһеҙлеге сараларын айырыуса ентекле күҙәтергә кәрәк.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас