

Өфө эргәһендәге Дорогин ауылынан аш-һыу уңғаны Дилбәр Батталова тәмле генә ҡоймаҡ рецебын тәҡдим итә. Бының өсөн 500 грамм кефир йәки ойоған һөт, өс йомортҡа, бер аш ҡалағы шәкәр, бер аш ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер сәй ҡалағы сода, өс аш ҡалағы манный ярмаһы, ике стакан он, бер стакан һалҡын һыу кәрәк буласаҡ.
Кефирға шәкәр, манный ярмаһы, тоҙ, сода, һыу, йомортҡаларҙы һалып туҡыйбыҙ һәм газ плитәһендә бармаҡ түҙгәнсе йылытабыҙ. Шул уҡ ваҡытта төбө көйөп китмәһен өсөн йыш-йыш бутап, болғатып торабыҙ.
Һуңынан аш һеркәһе һалабыҙ, был ваҡыт ҡатнашма ныҡ итеп күпереп китә, шуға ла ташып түгелмәһен өсөн ҙурыраҡ һауыт алыу мөһим. Иң аҙаҡ ондо һалабыҙ ҙа яҡшылап туҡып бешерә лә башлайбыҙ. Әгәр ҡамырға көнбағыш майы һалһағыҙ, табаны иң башта ғына майлайбыҙ.
- Ҡуйыртылған һөт, ҡайнатмалар менән балалар бер ултырғанда ашап бөтә, - тине ул.
Күпереп торған йомшаҡ ҡоймаҡты беҙ ҙә бешереп яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле.
Фото: Дилбәр Батталованыҡы.