Йәмғиәт
12 Августа , 15:20

Әгәр авария булған икән

Күп фатирлы йортто йәки йорт яны биләмәһен ҡарау мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ авария булғанда идара итеүсе ойошмаға “Дәүләт хеҙмәте Йорт” мобиль ҡушымтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Әгәр авария булған икәнӘгәр авария булған икән
Әгәр авария булған икән

Күп фатирлы йортто йәки йорт яны биләмәһен ҡарау мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ авария булғанда идара итеүсе ойошмаға “Дәүләт хеҙмәте Йорт” мобиль ҡушымтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Әгәр авария булған икән

Торба тишелеүе, газ еҫе сығыуы йәки  электр һүнеүе -  бындай хәлдәр кисекмәҫтән яуап биреүҙе талап итә. Ҡушымтаның төп экранында “Авария” төймәһе бар. Баҫҡанда идара итеүсе ойошма Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһына индергән йорттоң авария-диспетчер хеҙмәте телефонының номеры күрһәтелә. Был номерға шылтыратыу – авария тураһында хәбәр итеүҙең иң тиҙ ысулы. Диспетчер мөрәжәғәтте теркәй һәм авария бригадаһын ебәрә.

Әгәр проблема авария хәлендә булмаһа, әммә хәл итеүҙе талап итә икән

Көнкүреш проблемалары - ихатала үлән сабылмаған, подъезд йыйыштырылмаған йәки лампочка янмай икән – “Заявка” -  “Яңы заявка” бүлеген ҡулланығыҙ. Проблема тураһында яҙығыҙ, кәрәк булғанда фото йәки видео ҡуйығыҙ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Госуслуги Дом” ҡушымтаһы идара итеүсе ойошмаға рәсми ғаризалар бирергә һәм уларҙың статусын күҙәтеп барырға мөмкинлек бирә. Ҡушымта аша ғариза биргәндә идара итеүсе компанияның мөрәжәғәт алыуы раҫлана, яуап биреү ҙә  рәсми рәүештә теркәлә.

Әгәр проблема бөтә йортҡа ҡағылһа

Идара итеүсе компания мөһим проблемаларға тиҙерәк иғтибар итһен һәм уларҙы тиҙерәк хәл итһен өсөн, күршеләр менән бергә ҡушымта аша коллектив ғариза бирергә мөмкин. “Заявка” бүлегендә үҙ мөрәжәғәтеңде коллектив тип билдәләргә кәрәк. “Күршеләрҙең Заявкалары” тигән өлөштө табып йорттоң башҡа хужалары ла ҡушыла ала. Коллектив ғариза менән дөйөм йорт чатында уртаҡлашырға мөмкин. Күршеләре уға ҡушылғандан һуң, идарасы компанияға мөрәжәғәт ебәрергә мөмкин.

“Госуслуги Дом”да бөтә мәсьәләләрҙе тиҙ һәм рәсми хәл итә алаһығыҙ : clck.ru/3QnbZq.   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас