Йәмғиәт
14 Августа , 08:00

"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

13 августа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советында "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүсе VII Республика конкурсы лауреаттары исемлеге раҫланды. 

"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

108 номинанттан финалға республиканың 21 муниципалитетынан 35 кеше сыҡты. Еңеүселәрҙең күбеһе - Өфөнән Һәм Әлшәй районынан. 

"Атай - ул тәү сиратта үҙ балалары өсөн өлгө, уларҙан улар тормошҡа, хеҙмәткә, кешеләргә, үҙ йөкләмәләренә мөнәсәбәтте өйрәнә. Балалар атаһының әсәһенә, өлкәндәргә, нисек үҙ эшенә ҡарауын, һүҙен тотоуын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуын һәм яҡындары хаҡында ҡайғыртыуын күрә. Был көндәлек дәрестәр йыш ҡына һәр төрлө нәсихәттәрҙән күпкә мөһимерәк булып сыға. Көслө атай эргәлә була, балаһын ишетә, ауыр ваҡытта ярҙам итә, уның уңыштарына шатлана һәм, кәрәк булһа, дөрөҫ юл табырға ярҙам итә. 

"Атай ҡаһарманлығы" конкурсы ҙур ижтимағи әһәмиәткә эйә. Беҙ лайыҡлы ир-егеттәрҙе билдәләү генә түгел, ә йәмғиәткә бөгөн ғаилә традицияларын һаҡлаған, йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, үҙ хеҙмәте менән республиканың именлеген нығытҡан иҫ киткес атайҙарҙың күп булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Минеңсә, ысын атай — ир-аттың балаларын тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы, уларға үҙаллы, намыҫлы һәм яуаплы кешеләр булырға ярҙам итеүе. Тимәк, бындай атайҙарҙы яҡлау һәм йәмәғәтселек тарафынан таныу — ул айырым ғаиләгә генә түгел, ә бөтә республиканың киләсәгенә лә өлөш индереү.

Ныҡлы ғаилә уның һәр ағзаһының яуаплылығынан башлана, ә яуаплы атайлыҡ ғаилә именлегенең һәм быуындар күсәгилешлегенең мөһим нигеҙҙәренең береһе булып тора", - тип билдәләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина.

Конкурс еңеүселәре исемлеге: 

Арефьев Павел Семенович (Бишбүләк районы)
Әсәҙуллин Илнур Динар улы (Өфө ҡалаһы)
Байков Айрат Ринат улы (Өфө ҡалаһы)
Ғәниев Хәниф Миҙәхәт улы (Шишмә районы)
Ғәлиәкбәров Айҙар Хәлит улы (Иглин районы)
Григорьев Дмитрий Вячеславович (Өфө ҡалаһы)
Дәүләтов Сәхи Әҙәм улы (Бөрө районы)
Дибаев Хәлил Миңлевәдүт улы (Әлшәй районы)
Ильясов Филүс Рауил улы (Саҡмағош районы)
Ишмөхәмәтов Айнур Ғүмәр улы (Сибай ҡалаһы)
Казаков Павел Владимирович (Өфө районы)
Кашапов Раил Рәйес улы (Әлшәй районы)
Кашапов Таһир Рәйес улы (Әлшәй районы)
Кизинбаев Александр Иванович (Краснокама районы)
Колинченко Евгений Владимирович (Благовар районы)
Крылов Алексей Романович (Бөрө районы)
Миңлейәров Рифат Риф улы (Әлшәй районы))
Михайлов Юрий Павлович (Өфө ҡалаһы)
Мохарт Виктор Валерьевич (Стәрлетамаҡ районы)
Мостаев Әнүәр Миңлеғаян улы (Шишмә районы)
Мөхтәров Морат Раил улы (Әбйәлил районы)
Рәхмәтуллин Рәйес Кинйәбай улы (Балаҡатай районы)
Рафиҡов Азамат Рауил улы (Мәләүез районы)
Сайдалиев Денис Владимирович (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
Табулдин Ринат Ғиниәт улы (Ғафури районы)
Татлыбаев Раян Рәхим улы (Әлшәй районы)
Ульданов Эльдар Ғәйнулла улы (Учалы районы)
Үлмәҫҡолов Әлмир Сәғит улы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Фирстов Андрей Борисович (Өфө ҡалаһы)
Хибәтов Айбулат Сәрүәр улы (Әбйәлил районы)
Чехонин Сергей Александрович (Өфө ҡалаһы)
Шәймиев Руслан Вадим улы (Бөрө районы)
Шафиҡов Илдар Таһир улы (Яңауыл районы)
Йомағужин Фитрат Ғилметдин улы (Бөрйән районы)
Яппаров Илшат Иншар улы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)


VII "Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 27 августа Граждандар форумы сиктәрендә 11.45 сәғәттән 13.45 сәғәткә тиклем "Торатау" конгресс-холы фойеһында ( Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 2) үтәсәк. Сараға инеү ирекле, әммә 20 авгусҡа тиклем ошо һылтанма буйынса теркәлеү талап ителә https://forms.yandex.ru/u/6a50bc601f1eb584ac30bd77/

 

Ләйсән Ғаррапова фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас