

Әкрәм ҡатынына бер нисек тә ярай алманы. Өйләнешкәндә үҙ-ара мөнәсәбәттәре йылы ине. Йәшәй-йәшәй, әллә тормош мәшәҡәттәре йотто, үҙ-ара һыуындылар. Ҡатыны бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Ғаиләләге бар мәшәҡәттәрҙе тиерлек үҙ елкәһенә алды Әкрәм. Түләүҙәрен дә түләне, машина менән ғаиләһен кәрәк ергә йөрөттө, өйгә йыһазын да, аҙыҡ-түлеген дә алып ҡайтты, ләкин ҡатыны, көн һайын бер сәбәп табып, йөрәген игәп торҙо. Әкрәмдең эштән ҡайтҡас, тыныслыҡта ял иткеһе килә, ләкин бындай көндәр бик һирәк. Ҙур ғауға сығармаҫ өсөн, Әкрәм гел өндәшмәй ҡалды, ләкин түҙемлектең дә сиге була икән.
Ул көндә бер бөртөк ҡыҙҙары Әлиәнең 18 йәшенә тип үҙе теләгән ҡиммәтле телефонды бүләккә алып, иң тәмле тортты тотоп, яҡшы кәйеф менән ҡайтып ингәйне. Ҡыҙы бүләккә бик ныҡ һөйөндө, ләкин киске ашты бергәләп ашай алманылар. Ҡатыны йөҙөн йәмрәйтеп ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Кешенең ирҙәре балаларына 18 йәшкә фатир алып бирә. Беҙҙең атай телефон менән ҡотолған. Башҡалар һымаҡ аҡсалы эш тә таба алманың. Торттың да иң майлыһын алып ҡайтҡанһың. Кем ашай уны хәҙер? Әҙерәк һорап булмай инеме ни? – һәр ваҡыттағыса, мыжый башланы.
– Әсәй, кәйефте боҙмайыҡ инде. Миңә атайымдың бүләге бик оҡшаны. Ҡайһы берҙә торт ашауҙың да зыяны булмаҫ, – тип ҡыҙы әсәһен тынысландырырға тырышһа ла, ҡыҙған ҡатынды туҡтатырлыҡ түгел ине. Сәбәбен соҡоп сығарып ҡына торҙо, өйҙә шәкәр бөткәнгә лә ире ғәйепле булып сыҡты, йәш саҡта дуҫлашҡан Гөлсөмдө лә иҫенә төшөрөп, йәнен ашаны.
Ҡатынының холҡон белгәнгә күрә, ул тәүҙә ҡаршы һүҙ әйтмәне, ләкин ҡыҙының тыуған көнөндә лә йәмһеҙ тауыш сығарғанына түҙеп тора алманы.
– Гөлсөм өсөн үлгәнсе йәнемде ашарға уйлайһыңмы әллә? Өйләнешкәндән һуң уны күргәнем дә булманы. Һинең алда ни ғәйебем бар һуң? Бәлки, Гөлсөмгә өйләнгән булһам, былай бәхетһеҙ булып йәшәмәҫ тә инем. Үҙемдең өйөмдә бер көн тыныслыҡ күргәнем юҡ. Мәңге бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерәһең, башың әрләшеүҙән сыҡмай. Шул арҡала үҙеңдән биҙҙерҙең бит. Бөгөн ҡыҙыбыҙҙың тыуған көнөндә лә әрләшмәй түҙмәнең, – ғүмер буйы күңеленә йыйылғанды бер тында әйтте лә кейенә башланы.
Зәлифә иренән бындай һүҙҙәр көтмәгәйне. Тәүге бер нисә секунд нимә тип әйтергә белмәй, юғалып ҡалды, ләкин оҙаҡҡа түгел.
– Башҡа күҙемә күренәһе булма. Мәңге күрмәһәм дә ризамын. Һинең булыуыңдан булмауың мең артыҡ, – тип сығып барған иренең артынан бөтә подъезды яңғыратып ҡысҡырҙы.
Шул тиклем әрнеү менән сығып китте йортонан Әкрәм. Тәүҙә эргәләге паркта йөрөп, күңелен тынысландырҙы. Йортона ҡайтып керергә аяғы тартманы, бер туған апаһына барып ҡунды.
Шул китеүенән башҡа ҡайтып кермәне. Ҡатынының “Башҡа күҙемә күренмә! Һинең булыуыңдан булмауың мең артыҡ!” тигән һуңғы һүҙҙәре ҡолағында яңғырап торҙо. Тиҙҙән фатирын ҡыҙына һәм ҡатынына ҡалдырып, рәсми рәүештә айырылышыуға ғариза бирҙе.
Юғалып ҡалманы Әкрәм. Яңы төҙөлгән йорттан ипотекаға фатир алды. Бер ниндәй тауышһыҙ, тыныс ҡына йәшәүҙең ни тиклем бәхет икәнлеген ул шунда аңланы. Ҡыҙы Әлиә лә теләгән ваҡытта атаһы янына килә, ялға тәбиғәткә лә сығып керәләр. Быйыл ҡыҙы, мәктәпте тамамлап, Мәскәүгә уҡырға инде, илебеҙ баш ҡалаһына ла бергәләп барып ҡайттылар. Үҙ-ара бер килешеүҙәре булды: ҡатыны тураһында бер нәмә лә һөйләшмәҫкә. Был шартты атаһы ла, ҡыҙы ла боҙманы.
Тыныс һәм бәхетле көндәре шулай оҙаҡ дауам итер һымаҡ ине, ләкин бөгөн ҡыҙы уға ауыр хәбәр еткерҙе.
– Атай, әсәйем сирләй. Күҙҙәре яйлап күреү һәләтен юғалта. Баш ҡалала табипҡа ла күренде, тикшерелеүҙәр ҙә үтте. Ярҙам итә алмайҙар. Тәүҙә бер күҙе генә күрмәй ине. Хәҙер икенсеһе менән дә шул уҡ хәл. Үҙем ятаҡта йәшәгәс, әсәйемде эргәмә ала алмайым, фатир яллап йәшәү ҙә ҡиммәт, бында үҙен генә ҡалдырып булмай. Атай, һин бер нисә ай ғына әсәйемде ҡарап тора алмаҫһыңмы икән? Фатирҙы һатып, Мәскәүҙә бәләкәйерәк торлаҡ алғансы, – тине ҡыҙы борсолоп.
Нимә тип әйтергә лә белмәне Әкрәм. Ҡатыны менән ҡабат бер өйҙә йәшәү түгел, уны хатта күргеһе лә килмәй. Ҡыҙының үтенесен дә кире ҡағыуы уңайһыҙ. Ҡатынының “Башҡаса күҙемә күренәһе булма! “ тип ҡысҡырған тауышы йәнә ҡолағында сыңлап китте. Һүҙҙе лә уйлап әйтергә кәрәк шул.Үҙеңә әйләнеп ҡайтыуы ихтимал...
Автор фотоһы.