

Өс көн элек Заһир Зәйнетдинов үҙен бөтөнләй башҡа яҡтан күрһәтте. Ул үҙ фатирында бер шөғөлө тураһында видеояҙма төшөргән.
"Музыканан тыш, минең тағы бер яратҡан шөғөлөм бар. Ике-өс ай элек ныҡ итеп өйҙә гөл үҫтергем килеп китте. Шулай бәләкәй генә баҡсам барлыҡҡа килде. Тәүге гөлдәрҙе дуҫтарым - Рөстәм Нәбиев, Гүзәл Ғәлимова менән Артур бүләк итте. Быларын үҙем һатып алдым. Быныһының исемен иҫләмәйем, ниңәлер үҫмәй әле ул. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете" тигәне һулыны, бер генә ботағы ҡалды, ләкин уны терелтә алдым. Ә был "аҡса гөлө"н әсәйем бирҙе. Бөтнөк ултыртып ҡараным, уны ла әлегә үҫтерә белмәйем. Яйлап өйрәнәм. Хәҙер минең өйҙә һигеҙ гөл", - тип артист үҙенең тәҙрә төбөн күрһәтә унда.
Афарин! Кешегә эштән өйгә ҡайтҡас ял кәрәк. Гөл-сәскәле "баҡса"ға ҡарап, концерттарҙан, гастролдәрҙән һуң йәнгә ял алырға була.
Фото: З. Зәйнетдинов видеояҙмаһынан скриншот.