

Иғтибарҙы бер төркөмдәге хат йәлеп итте. Унда һеңлеһен кейәүгә биргән кеше туй, туй йолалары тураһында яҙған. Уларҙа сыбыртҡылау йолаһы бар икән. Йәғни туй аҙағында хужалар сыбыртҡы ашы ашатып, уйынлы-ысынлы ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап ҡайтырға ҡыуа. Ҡунаҡтар, хужаларҙың күңелен күрәм тиеп һәм һуғылғыһы килмәһә, сыбыртҡы осона аҡса бәйләй. Ул аҡса аҙаҡ йәштәргә бирелә.
Бына шул йоланан һуң ҡыҙ яғы аҡса һанарға ултыра. Кемдер 100, кемдер 500, кемдер 1000 һум бәйләгән... Күпме булһа ла, йәштәргә ярҙам инде. Әммә... шунда уҡ кәйефтәре төшә - аҡсаның яртыһы магазинда һатылған "уйынсыҡ" аҡса булып сыға. Һуңынан кейәү яғыларҙың алдан шулай әҙерләнеп килгәнен беләләр.
"Ул аҡсаны һатып алыуға тотонған аҡсаны ошо сыбыртҡыға бәйләһәң, йәштәргә ярҙам булыр ине бит... Кейәү яғының һаран булыуы күстәнәстәренән дә беленде. Һеңлем нисек йәшәр? Етмәһә беҙҙең йоланы мыҫҡыл итеп, сыбыртҡыға ялған аҡса бәйләп киткәндәр..." - тигән автор.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, төркөмдәштәр? Йоланы һанлап, урын-еренә еткереп үткәрергә булышырғамы, әллә был беҙгә ят күренеш тип, ошолай төрлө хәйлә менән ҡотолорғамы?
Йола бит ул, изге нәмә тиһәң дә, бына ошондай ҡараш та бар халыҡ араһында: "Бар ундай йола Урал аръяғы райондарында. Мин дә йола икәнен аңлайым, тик күңелгә ныҡ ҡыйын булғайны. Ишеү таҡмағы бар уның, онотоп бөткәнмен инде. Йәнәһе, ҡунаҡ булдығыҙ, хәҙер ҡайтып китегеҙ... Ундай йоланы күреп-белеп үҫмәгән кешегә күңелле түгел инде, сыбыртҡы менән ҡыуылып ҡайтып кит әле".
Кем хаҡлы бында?..
Фото: яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.