

Ғаризалар 2026 йылдың сентябренә тиклем рәсми сайтта ҡабул ителә https://znanierussia.ru/premiya.
Унда 2025-2026 йылдарҙа мәғарифҡа ҙур өлөш индергән проекттарҙы, компанияларҙы һәм башҡа кешеләрҙе теркәргә мөмкин. Күп йыллыҡ лекторлыҡ эшмәкәрлеге С.И. Вавилов исемендәге яңы номинация сиктәрендә айырым билдәләнәсәк. “Белем.Премия” наградаһы “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ғаризалар 16 номинация, шул иҫәптән ике яңы номинация буйынса ҡабул ителә. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы айҡанлы «Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген һаҡлауға индергән өлөшө өсөн» номинацияһы барлыҡҡа килде, бында дөйөм традицион ҡиммәттәр аша милләт-ара берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ иткән мәғрифәтселәр һәм проекттар ҡатнашыуға саҡырыла.
"Биш йыл инде “Белем.Премия” илдең иң яҡшы мәғрифәтселәрен билдәләй һәм уларҙың хеҙмәтенең йәмғиәт һәм дәүләт тарафынан ни тиклем юғары баһаланыуын күрһәтә. Юбилей миҙгелендә награданы рекордлы 210 кеше ала, тантаналар беренсе тапҡыр Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә үтә. Беҙ рәсәйҙәргә мәғрифәтселәр рәтенә бөгөн педагогтар ғына түгел, Ә МХО геройҙары, Олимпия чемпиондары, космонавтар, төбәк башлыҡтары ла инеүен күрһәттек.
Беҙ номинанттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы миҙгелдә лайыҡлы мәғрифәтселәрҙе билдәләргә әҙербеҙ», — тине Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Кирилл Хвиль.
Эксперт советы Рәсәйҙең һәр субъектында иң яҡшы мәғрифәтсене һәм мәғрифәтселек проектын һайлаясаҡ һәм 16 номинацияла федераль шорт-лист төҙөйәсәк. 2025 йылдан сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙ ҙа номинацияға дәғүә итә ала.