

Өфөлә йәшәүсе бер ир баҡса участкаһында совет осорондағы тимер бер һумлыҡ табып ала. Ул 1965 йылда фашист Германияһын Еңеүҙең 20 йыллығы айҡанлы сығарылған була. Тимер аҡсаның ҡырында – йондоҙҙар һәм 9 май тигән яҙыу, артҡы яғында совет һалдатына ҡуйылған һәйкәл төшөрөлгән. Аҡсаның составы баҡыр һәм никелдән тора, ауырлығы – 12,8 грамм.
Аҡса табыусы ир тимер бер һумлыҡты 800 мең һумға йәки автомобилгә алмаштырырға уйлаған. Әммә нумизматика өлкәһе белгестәре әйтеүенсә, бындай бер һумлыҡтарҙың күбеһе яҡынса 150 – 200 һумға баһалана, ә иң ҡиммәтлеләрен, күп тигәндә, 40 меңгә һатырға була. Шуға күрә ирҙең был хыялы тормошҡа ашыры бик икеле.
Сығанаҡ: Иғландар сайты һәм 102-region.ru