Йәмғиәт
20 Августа , 19:55

Һыйыр хужабикәһен ҡотҡара

Йәш ғаилә ауылға ҡайта. Ә төнөн бер һыйыр машиналарының көҙгөһөн ватып китә. Кем белгән был хәлдең өлкән йәштәге ҡатынды үлемдән ҡотҡарырын...

Һыйыр хужабикәһен ҡотҡараҺыйыр хужабикәһен ҡотҡара
Һыйыр хужабикәһен ҡотҡара

Был хәлде видеояҙма төшөрөп, йәш кәләш һөйләй. Ул ире менән үҙенең ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайта. Машиналарын ҡапҡа тышында ҡалдыралар.

Төнөн бер һыйыр машинаның тәҙрәһен ватып китә. Йәштәр иртән асыулы килеш һыйырҙың хужабикәһенә бара. Ишек бикле була, әммә ҡапыл эстән бер тауыш ишетелгәндәй була. 

Йәштәр тәҙрәнән ҡарай, туҡылдата. Һәм иҙәндә ятҡан хужабикәне күрәләр. Ишектең йоҙағын ватып эскә ингәс, өлкән йәштәге ҡатындың эскәмйәнән ҡолап, өсөнсө көн иҙәндә ятыуын беләләр. 

Йәш ғаилә "Ашығыс ярҙам" саҡырта, табиптар килә һәм хужабикәне дауаханаға алып китә. 

Кәләш "беҙҙең тәҙрәне ватып, һыйыр хужабикәһенең ғүмерен ҡотҡарҙы" ти.

 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас