Йәмғиәт
23 Августа , 14:30

Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды

Быға тиклем фестиваль “Ваҡыт йылғаһы” тип атала ине. Ул йыл һайын “Бөрө ҡәлғәһе” тарихи паркында үтә һәм биш меңдән ашыу тамашасыны йыя.

Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булдыРадий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән бергә Бөрө ҡалаһында фестивалдә булды. Хәрби-тарихи реконструкцияға нигеҙләнгән “Бөрө боронғолоғо” (“Бирская старина”) сараһы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы ойошторолған.

Быға тиклем фестиваль “Ваҡыт йылғаһы” (“Река времени”) тип атала ине. Ул йыл һайын “Бөрө ҡәлғәһе” (“Бирская крепость”) тарихи паркында үтә һәм биш меңдән ашыу тамашасыны йыя.

Быйыл ойоштороусылар “XVII быуат. Ватан сиктәрендә. Баҫып инеү" хәрби-тарихи реконструкцияһын әҙерләгән. “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубында ҡатнашыусылар һәм илдең 11 төбәгенән реконструкторҙар 1635 йылда Аблай хандың Себер урҙаһы яуын кире ҡағыуҙы күрһәтә. Уларҙың кейемдәре, яу ҡоралдары – дүрт быуат элеккеләрҙең теүәл күсермәләре.

Артабан Радий Хәбиров фестивалдең тематик майҙансыҡтарын ҡараны.

Мәҫәлән, “XVIII быуатта башҡорт күсмә тормошо” майҙансығында ҡунаҡтарға көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәр һәм кейеҙ тирмә тәҡдим ителде. Шулай уҡ бында уҡтан атыу һәм милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгәйне.

Бөрө уҡсылары лагерындағы сараларға ҡунаҡтарҙы гусли һәм халыҡ музыка ҡоралдарына ҡушылып башҡарылған йырҙар менән саҡыралар.

Абруйлы ҡунаҡтар “Еңеү юлдары менән” ретро-техника күргәҙмәһен ҡараны. Бынан тыш, фестивалдә “Алма спасы” фольклор байрамы, “Мушкет һәм волынка” фолк-рок концерты булды.

Башҡортостан етәксеһе креатив индустрияларҙың мөһим элементы булараҡ республикала ошондай сараларҙы үҫтереү кәрәклеген айырып билдәләне.

– “Бөрө боронғолоғо" фестивале – башкөллө үҙаллы булған йәмәғәт башланғысы. Был ғәжәйеп кешеләр яуҙарҙы, шул ваҡыттағы костюмды, ҡоралды, көнкүреште тергеҙә. Ике көн эсендә бында 10 меңгә яҡын кеше булған, һәм был урындағы халыҡ ҡына түгел. Бында Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән ҡунаҡтар килә. Фестивалгә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, “Мәктәп туризмы” программаларында ҡатнашыусыларҙы алып килергә кәрәк. Шуны билдәләп үтәм: бындай хәрби-тарихи клубтар республикала бер нисәү. Уларға нисек ярҙам итергә мөмкин икәнен уйларға кәрәк.

Муниципалитет был майҙансыҡҡа юлды төҙөкләндереү һәм электр уты үткәреү мөмкинлеген уйлар. Шулай уҡ был фестивалде календарь планына индереүҙе планлаштырабыҙ.

Ижади индустриялар ул фольклор, этника, мәҙәниәт кенә түгел. Уларҙы иҡтисад күҙлегенән ҡарарға кәрәк: ижади продукт булдырған талантлы кеше уны һата белергә тейеш. Был өлкәне үҫтереү өсөн күп эшләнһә лә, ижади кешеләрҙе аҡса эшләргә лә өйрәтергә кәрәк. Шуныһы мөһим, беҙҙең республика ярҙам саралары, әүҙемлек буйынса федераль кимәлдә бик отошло күренә. Был йәһәттән әүҙем эш башланыҡ, һөҙөмтәне иғтибар менән күҙәтербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Мәғлүмәт, фото сығанағы: glavarb.ru/ru/news/event/...

Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Радий Хәбиров Бөрөләге фестивалдә булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас