

Батшалар эсемлеге – кәзә һөтөн хаҡлы рәүештә шулай тип әйтергә мөмкин. Уның файҙалы үҙенсәлектәре боронғо Мысырҙа һәм Грецияла уҡ билдәле булған. Фирғәүендәрҙең кәшәнәһенә, ҡоралдары һәм ҡиммәтле таштар менән бергә, мотлаҡ бер дүңгәләк еҫле кәзә сыры һалыуҙары шул хаҡта һөйләй.
Кәзә һөтө туҡлыҡлы матдәләргә бик бай һәм составы буйынса кешенекенә ныҡ оҡшаған. Шуға күрә лә ҡайһы бер осраҡта әсә һөтөн уның менән алмаштырырға мөмкин. Ул туҡлыҡлы, файҙалы, еңел үҙләштерелә һәм балаға бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Һуңғы ваҡытта кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ, ҡорот, ҡаймаҡ һәм майына һорау арта. Күпселек ауылдарҙа һауын кәзәләре көткән хужабикәләрҙе лә осратырға мөмкин. Баймаҡ районының Мәмбәт ауылынан Нәзирә Йәнтүрина оҙаҡ йылдар кәзә ҡымыҙы етештерә. Уңған хужабикә шулай уҡ кәзә һөтөнән ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек эшләй. Уның сифатлы һәм шифалы ризыҡтарына һорау ҙур, клиенттар ауылдан уҡ үҙҙәре килеп ала. Әйткәндәй, кәзәләр аҫрау теләге уйламағанда килеп сыға.
—Тәүҙә беҙ Баймаҡта йәшәнек, иремдең тыуған ауылына йорт һалып, Мәмбәткә ҡайттыҡ. Ҡалала йәшәгәндә, ауылға ҡайтҡас, күпләп мал тоторбоҙ тип уйла инек. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты: йылҡы малы, һыйырҙар, 30-ҙан ашыу кәзәләребеҙ бар, шуның 10–дан ашыуы–һауын кәзәләр. Ә инде һауын кәзәһен алыу үҙе бер тарих. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Алина ҡыҙыбыҙҙың теле оҙаҡ асылды, мәктәпкә барған йылда ғына һөйләште. Кемдер кәзә һөтө ярҙам итә, бәрәстәре менән уйнап, үҙенсә һөйләшһә, теле лә асылыр тигәс, кәзә алырға булып киттек. Бер юлы һауын кәзәһе булһын, һөтөн дә һауырбыҙ, ҡымыҙ эшләрмен тигән уйҙан сығып эш иттек. Йылайыр, Мәләүез райондарынан, Сибай ҡалаһынан барып һатып алдыҡ. Кәзәнең хаҡы ла арҙан түгел, яҡынса 7–10 меңдән ашыуыраҡ. Шулай яйлап малҡайҙарҙың һаны арта бара, махсус рәүештә тоҡомло кәзә тәкәһе лә һатып алдыҡ. Тәүҙәрәк кешеләр араһында “кәзәнең маллығы” тип әйтеүселәр ҙә бар ине, хәҙер улар үҙҙәре кәзә һөтөн, ҡымыҙын, брынза сырын, ҡоротон, итен һатып ала, – ти Нәзирә Салауат ҡыҙы.
“Кәзә - бик таҙа мал, ашағаны – үләндең япрағы, эскәне – тик таҙа һыу” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, ысынлап та, шулай. Кәзә тотоу өсөн бесәндең дә иң сифатлыһы, һолоноң таҙаһы кәрәк. Яҙҙан алып көҙгә тиклем Нәзирә Йәнтүринаның кәзәләре көтөүлектә була, һыуыҡтар төшөү менән йылы ҡураларға индерелә. Көнөнә ике тапҡыр һауыла, кәзәләрҙе хужабикә үҙе ҡул менән һауа. Ҡулына ике биҙрә тотоп сыға: береһендә имсәктәрен йыуып алырға һыу булһа, икенсеһе – һөт өсөн. Көндәлек һауым яҡынса 6-7 литр тәшкил итә.
Алдан әйтеүебеҙсә, Нәзирә Йәнтүрина әҙерләгән һөт продукцияһына һорау ҙур. Уңған хужабикә көн һайын таңғы биштән тора, тәүҙә кәзәләренең һәр береһен иркәләп, исемдәре менән өндәшеп уларҙы һауа. Аҙаҡтан һәүкәштәренә сират етә. Кәзәләрҙе һауыу өсөн махсус ҡоролма эшләнгән, һәр береһен исемләп өндәшеү менән улар үҙҙәре үк махсус урынға барып тора. “Маша, Мурка, Лизька, Тәңкә, Матурҡай” һәм башҡа яғымлы, матур ҡушаматтары бар һәр береһенең. Кәзә бәрәстәрен ҡыҙҙары Алина бигерәк тә ярата, улар тыуғас та исем ҡуша. Әйткәндәй, хәҙер Алина - әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы, бар эште белә, кәзәләрҙе һауыуҙа ярҙамлаша. Аталары вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, өлкән улдары Динислам Баймаҡта йәшәй, яңыраҡ кәләш алған. Ильястары әрмелә хеҙмәт итә.
“Көн һайын эшем ошонан башлана”, – тип беҙҙе лә урамдағы матур итеп эшләнгән мейес (ҡаҙанлыҡ) янына алып килде. Мейес ап–аҡ итеп аҡланған, ҡаҙан тап–таҙа ҡырып йыуылған. Бер–бер артлы ап-аҡ таҫтамалдан тегелгән унлаған ҡорот тоҡтары йыуып эленгән. Хужабикәнең таҙа, саф икәне һәр урында күренә, шуға ла һөт ризыҡтарына һорау ҙур. Тәбиғи яҡтан таҙа, шифалы кәзә һөтө продукцияһы бар талаптарға ярашлы эшкәртелә.
Йүнсел һәм тырыш ғаилә шулай уҡ күпләп ҡорт–ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә. Нәзирә Йәнтүрина күптәргә етеш һәм бәхетле йәшәү өлгөһө булып тора. Бар яҡлап та сая, тырыш, егәрле ханым күптән инде “тимер ат”ты ла йүгәнләргә өлгөргән, Баймаҡ ҡалаһына барып эшләп тә ҡайта. Бына шундай йүнселдәр ауылды һайлай, уны үҫтерә һәм киләсәген хәстәрләй.
Автор фотоһы.