Йәмғиәт
25 Августа , 16:35

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре ойошторолоуға 15 йыл тулды

"Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең мөһимлеген танып, беҙ республикала һөнәри байрам һәм “Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырҙыҡ", - тине республика Башлығы.

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре ойошторолоуға 15 йыл тулдыБашҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре ойошторолоуға 15 йыл тулды
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре ойошторолоуға 15 йыл тулды

25 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәге (МФЦ) ойошторолоуға 15 йыл тулыуға арналған тантанала ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе МФЦ коллективын ошо әһәмиәтле дата менән ҡотлап, дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Барығыҙға ла ҙур рәхмәт әйткем килә. Һуңғы 15 йылда беҙҙең Күп функциялы үҙәк ҙур юл үтте, офистар селтәрен тотош республикаға йәйелдерҙе. Һеҙҙең ярҙам менән ҡала халҡы 500 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт менән файҙалана ала, уларҙың күпселеге электрон төрҙә. Бөгөн күп функциялы үҙәктәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ҡыйын, - тине Радий Хәбиров. — Әммә иң мөһиме — һеҙ, МФЦ командаһы. Асылда һеҙҙең эшегеҙ ауыр — һеҙгә дәүләт вәкиле булараҡ кеше  күп килә. Кешенең кәйефе, дөйөм социаль именлек тойғоһо нисек сәләмләүегеҙгә, нисек йылмайыуығыҙға, хеҙмәтте нисек тиҙ күрһәтеүегеҙгә бәйле. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең мөһимлеген танып, беҙ республикала һөнәри байрам һәм “Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырҙыҡ. Кешеләр өсөн шул тиклем күп эшләйһегеҙ. Шулай булғас, һау-сәләмәт булығыҙ, бәхетле йәшәгеҙ. Өйҙәрегеҙҙә именлек булһын. Байрам менән!

Рәсәйҙең дәүләт секретары һәм иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев та республиканың Күп функциялы үҙәге (МФЦ) коллективына видеосәләмдәр ебәрҙе.

Байрам сараһы республиканың сәнғәт оҫталарының концерты менән дауам итте.

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас