

"Һеҙ – илебеҙҙә һәр төрлө күрһәткестәр буйынса ла алдынғы, бындай юғарылыҡ рәттән бер нисә йыл тотороҡло һаҡланыуын дауам итә..."
Редакциябыҙға республикабыҙ етәкселегенең эшенә юғары баһа биргән йөкмәткеле хат килеп төштө. Ысынлап та, беҙҙә предприятиелар тауарҙар етештерә, кешеләр эш урындары менән тәьмин ителгән, һәр тармаҡ уңыштары менән ҡыуандыра. Әлбиттә, етеш тормоштоң барыһы ла республика Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрлегенә туранан-тура бәйләнгән.
Тәртип тупһанан башлана тигәндәй, бөгөн иһә күркәмлек, матурлыҡ һәм төҙөкләндереү хаҡында бәйән итмәксебеҙ. Беҙҙә йыл да йәмәғәт территорияларын тәртипкә килтереүгә һәм ҡала һәм ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға көслө иғтибар бүленә. Әйтәйек, һуңғы ете йылда төбәктә бер меңгә яҡын йәмәғәт биләмәһенә икенсе "ғүмер бирелгән".
2025 йылдың 1 ғинуарынан республикабыҙҙа "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектының "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына старт бирелде. Ошо проект сиктәрендә былтыр ике йөҙгә яҡын биләмә үҙенең йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотҡан йәмәғәт биләмәләрен кешеләр үҙҙәре билдәләй. Ул Бөтә Рәсәй тауыш биреү алымы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ысынында, һәр яҡлап та яҡшырыуҙы өҫкә ҡуйыу йәһәтенән ҡарты ла, йәше лә үҙенең фекерен әйтеү мөмкинлегенә тулыһынса эйә. Мәҫәлән, 14 йәше тулған һәр бишенсе кеше үҙ һүҙен еткерҙе. Тауыш биреүҙә республикабыҙҙағы 750 мең тирәһе граждан ҡатнашҡан. 2021 йылдан алып, Дәүләт хеҙмәттәре платформаһында, тауыш биреү электрон форматта ойошторола.
Шуныһы, 2026 йылда иһә йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү апрель урталарында башланғайны һәм ул июнь баштарына хәтлем дауам иттте. Тимәк, халыҡ киләсәк өсөн тауыш бирә, дөрөҫөрәге, киләһе йылдарҙа төҙөкләндерәсәк биләмәне хәҙерҙән үк һайлай.
Республикабыҙҙың бер нисә төбәгенә күҙ һалыу мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүгә көслөрәк булышлыҡ итер. Мәҫәлән, былтыр Октябрьский ҡалаһында Еңеү паркы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Был урын ҡаланың төп тарихи-патриотик комплексы иҫәпләнә, унда күпме хәтер һаҡланған, граждандарҙың йыйылыу ере лә. Парк территорияһында өлөшкә бүленеп түбәндәге эштәр тормошҡа ашырылған – "Һалдат уйҙары" үҙәк мемориалы реконструкцияланған, Геройҙар аллеяһына икенсе һулыш бирелгән, Яугир-интернационалистар мемориалын да хәҙер танырлыҡ түгел, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл рәтләнгән, үҙәк аллея реконструкцияланған, колоннада формаһындағы яңы инеү урыны барлыҡҡа килгән.
Артабан Нефтекама ҡалаһына юлланайыҡ. Бында баҫым ҡала округындағы ауылдарға яһалған. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, ҡала үҙе генә түгел, ә өс ауыл да төҙөкләндерелгән. Нефтекамала Йәштәр йорто алдындағы территория яңырған. Әйткәндәй, ул үҫмерҙәрҙең яратып йыйыла торған урыны. Энергетик ауылында иһә, ял зонаһын да үҙенең эсенә алып, йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған. Ташкин ауылында балалар майҙансығы төҙөгәндәр, Әмзә ауылында парк территорияһында балалар һәм спорт майҙанысығы барлыҡҡа килгән, сәхнәне күтәргәндәр.
Быйыл тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, 150 тирәһе территория еңеүсе тип табылған. Ошо объекттарҙың һәммәһен дә 2026 йылда төҙөкләндереү уға яуаплыларҙың эш планына ингән. Уның өсөн федераль бюджеттан ҙур суммала аҡса бүленгән. Шулай итеп, программа эшләй башлаған, муниципаль ойошмалар тарафынан төҙөкләндереү проекты әҙерләнгән, ябай тел менән әйткәндә, конкурс эштәре башланған. Бынан тыш, уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән Бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы проектында еңеүселәр территорияларын төҙөкләндереүҙе дауам итә. Ярыш башланғандан алып, Башҡортостандан өс тиҫтә проект еңеү яулаған, шуның күбеһе тормошҡа ашырылған да инде. Дөйөм бюджеты алты миллиард һум тәшкил иткән, шуның өс миллиард 300 миллион һумы – федераль бюджеттан финансланған.
2025 йылда, X Бөтә Рәсәй конкурстары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан биш еңеүсе асыҡланған. Бына улар алдынғылар – Октябрьский ҡалаһынан "Октябрьский: ҡиммәттәрҙе һаҡлау" проекты һынатмаған, Дүртөйлө ҡалаһы ("Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре" проекты), Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы ("Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе"), Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы ("Үрге Йәркәй үҙәген тоташтырыу ептәре") һәм Кушнаренко районының Кушнаренко ауылы "Топориндар һуҡмағы" проекты алдынғылыҡты бирмәгән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 2026–2027 йылдарға иҫәпләнгән. Ошо маҡсат өсөн федераль бюджеттан бик күп аҡса йәлеп ителгән, Башҡортостан бюджетынан аҡса йүнәлтеү ҡаралған, маҡсатлы эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
Ысынлап та, республикабыҙҙың ниндәй генә тарафына юлланма, бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип күҙгә асыҡ сағыла, уларҙы битараф та шәйләр, ундағы хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Башҡортостанға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр. Һәр береһе беҙҙә тормоштоң алға барыуын йәшермәй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – йәшәйештә кешеләргә уңайлыҡтар тыуҙырыу.
Республика етәкселегенең төҙөкләндереү мәсьәләһен һәр саҡ контролдә тотоуы – халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүен туранан-тура аңлата. Ысынында, бары тик Радий Фәрит улы власҡа килеү менән, айырым тармаҡҡа туҡталғанда, төҙөкләндереү өлкәһенә шунда уҡ тотондолар.
Мәҫәлән, Мәсетле районында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты нигеҙендә яңыртылған тиҫтәнән ашыу йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Бынан тыш, өс объект тауыш биреүҙә ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы район мәҙәниәт йорто алдындағы үҙәк майҙан, район үҙәгендәге Беренсе Коммунарҙар һәйкәле һәм Оло Аҡа ауылы Тыныслыҡ урамындағы йәмәғәт биләмәһе (воркаут майҙансығы) – шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы сығышында былай тигәйне:
– Был "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһының талабы ғына түгел, ә беҙҙең эш принцибы ла. Беҙ һәр ваҡыт халыҡты тыңлайбыҙ, уларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалабыҙ һәм һәр кемдең фекерен иҫәпкә алабыҙ. Кешеләр бер ҡасан да битараф ҡалмай, киреһенсә эш барышын даими рәүештә күҙәтә.
Был тәңгәлдә ябай халыҡ нимә уйлай. Әйтәйек, Салих Шаймөхәмәов һөйләүенсә, төҙөкләндереү тәңгәлдә эштәр бик ҡыҙыу бара, Башҡортостанды гөл баҡсаһына әйләндереүгә ҡарты ла, йәше лә әүҙем ҡушылған.
– Башҡортостан хозур, уға өҫтәп йәмәғәт биләмәләре лә төҙөкләндерелә, быға барыбыҙ ҙа ҡыуана, – тине Шәрифә Нәсибуллина.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина ГОЛОВАНОВА:
– Республикабыҙҙа тап халыҡ үҙҙәре тәҡдим иткән биләмәлә үҫеш буласаҡ, ул тәртипкә килтереләсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыуға формаль эш тип ҡарарға ярамай. Нәҡ отошло ошо алым менән парк, сквер һәм бүтән урындар киләсәктә икенсе йәшлеген кисерәсәк, быға тамсы ла шикләнергә кәрәкмәй. Шундай майҙансыҡтарҙы тәҡдим итегеҙ – улар тик һеҙгә оҡшаһын.
Йомғаҡлап әйткәндә, Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү йылдам бара, файҙалы был эшкә республика етәксеһе айырыуса ҙур иғтибар бүлә.