

Сара 27 августа Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында ойошторолдо. Унда йола буйынса бик күп кеше ҡатнаша. Быйыл да форум 1000-дән ашыу кешене йыйҙы, шуларҙың 160-ы илдең 19 төбәгенән килгән спикерҙар.
Форумда 25 секция эшләне, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы тәжрибәләре күргәҙмәһе, ҡул эштәре йәрминкәһе кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы. Төрлө белгестәрҙең консультация зонаһында ла халыҡ гөрләп торҙо: юристарҙан алып социаль проектлау буйынса эксперттарға тиклем эшләне.
Форумдың төп темаһы — махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтен үҙгәртеү.
Форум власть, коммерцияға ҡарамаған сектор, бизнес һәм халыҡ араһында конструктив диалог төҙөүгә, уртаҡ эш өсөн тәжрибә һәм бәйләнештәр менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.
Форумды асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар һәм ойоштороусылар сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
– Йылдан-йыл форум сағыуыраҡ була бара. Беҙ форумдың эшен бөгөн илебеҙ алдында торған бөтә төп мәсьәләләр ҡаралһын өсөн ойошторорға тырыштыҡ. Һәр берегеҙ үҙ идеялары, үҙ эшләнмәләре менән килеп, башҡа төбәктәрҙән тәжрибә алыр, яңы кешеләр менән танышыр һәм былар барыһы ла илебеҙ, Еңеү өсөн тормошҡа ашырылыр, тип ышанабыҙ! – тине.
Фото: Алина Ишмөхәмәтова.