Йәмғиәт
27 Августа , 14:01

Яһалма зиһен - төп ярҙамсы буласаҡ

Өфөлә һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың беренсе ултырышы үтте.

Яһалма зиһен - төп ярҙамсы буласаҡЯһалма зиһен - төп ярҙамсы буласаҡ
Яһалма зиһен - төп ярҙамсы буласаҡ

Башҡортостан яһалма зиһен һәм һанлы үҫеш йәһәтенән илдә алдынғы төбәктәрҙең береһенә әйләнеп килә. Был эш иң юғары кимәлдә алып барыла.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров рәйеслегендә һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың беренсе ултырышы үтте.

Совет Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса быйыл майҙа төҙөлдө. Уның составына власть органдары, муниципалитеттар, үҫеш институттары, фәнни һәм банк берләшмәләре, шулай уҡ ИТ-өлкәһе предприятиелары вәкилдәре инде. Беренсе ултырышта башлыса дәүләт идаралығына яһалма зиһенде индереү һәм ғәмәли пилот проекттарын башлау темалары ҡаралды.

Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Республиканың ҙур проекттарының береһе – “Эш” дәүләт хеҙмәткәрҙәренең электрон документтар әйләнеше системаһына бәйле. ИИ-модуль реквизиттарҙы таный, документтарҙы автомат рәүештә теркәй һәм бүлеп бирә, ҡыҫҡаса тасуирламалар төҙөй, резолюция проекттарын һәм яуап варианттарын тәҡдим итә ала. Эшләнмә Рәсәй программа тәьминәте реестрына индерелгән.

Шулай уҡ Башҡортостандың Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ҙәгендә дәүләт идаралығының яһалма зиһен-трансформация буйынса компетенциялар үҙәген булдырырға тәҡдим ителә. Ул процестарҙы анализлау, пилот ҡарарҙарын эшләү, тышҡы продукттарҙы баһалау һәм уларҙы дәүләт мәғлүмәт системалары менән интеграциялау менән шөғөлләнәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығының Ситуация үҙәгендә яһалма зиһен менән контакт-үҙәге тикшерелә. Һанлы ярҙамсы тәүлек әйләнәһенә типик запростарҙы ҡабул итә һәм эшкәртә ала, ә оператор индивидуаль хәл итеүҙе талап иткән мөрәжәғәттәргә тоташа.

Динар ШӘРӘФЕТДИНОВ, БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары:

– Был Советтың беренсе ултырышы ғәмәлдә дәүләт идаралығына яһалма зиһен индереүҙең башланғыс нөктәһе булды. Тәүге тапҡыр яһалма зиһен ҡулланыу айырым ҡулланыу сценарийҙары булараҡ түгел, ә республика Хөкүмәтенең берҙәм планы булараҡ ҡарала, унда төп йүнәлеш — халыҡ өсөн реаль файҙа: тиҙ сервистар, сифатлы хеҙмәттәр һәм власть органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек бер иш эштең кәмеүе. Мәҫәлән, төбәктә берҙәм ведомство-ара электрон документтар әйләнеше системаһы эшләй, былтыр уның аша 330 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралған. Беҙ республика Башлығына системаға яһалма интеллект индереү буйынса пилот проектын үткәрергә тәҡдим иттек, ул инициативаны хупланы. Был бер үк ваҡытта бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк: бер төрлө операцияларҙың ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, документтарҙы беренсел эшкәртеүҙә хаталарҙы бөтөрәсәк, мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙы тиҙләтәсәк. Әммә иң мөһиме — проект иҡтисади яҡтан отошло: өс йыл эсендә ул биш тапҡырҙан ашыуға үҙ иҫәбенә ҡайта.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас