Йәмғиәт
28 Августа , 12:30

Беҙҙә көслө граждандар йәмғиәте булдырылған

Был ваҡыт эсендә Граждандар форумы дискуссия майҙансығына ғына түгел, ә республикала граждандар йәмғиәте институттарын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү системаһын үҫтереү инструменттарының береһенә әүерелде. Форумда йәмәғәт диалогы аныҡ ҡарарҙарға әйләнә.

Беҙҙә көслө граждандар йәмғиәте булдырылғанБеҙҙә көслө граждандар йәмғиәте булдырылған
Беҙҙә көслө граждандар йәмғиәте булдырылған

Был аҙнала Өфөлә һигеҙенсе Граждандар форумы үтте. Был – власть органдары, йәмәғәт институттары, коммерцияға ҡарамаған сектор һәм граждандар әүҙемселәрен берләштергән ҙур сара. Унда илдең 19 субъектынан меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Араларында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт палаталары вәкилдәре, махсус хәрби операция ветерандары, ирекмәндәр, педагогтар, табиптар, психологтар, власть органдары, руханиҙар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бар. Программа бик бай булды – 36 дискуссия, белем биреү, консультация һәм күргәҙмә майҙансығы, 150-нән ашыу спикер.

Форумдың төп ваҡиғаһы – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе Валерий Фадеев ҡатнашлығында “Махсус хәрби операция шарттарында граждандар йәмғиәтен үҙгәртеү” пленар дискуссияһы.

Граждандар форумы Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә ул дискуссия майҙансығына ғына түгел, ә республикала граждандар йәмғиәте институттарын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү системаһын үҫтереү инструменттарының береһенә әүерелде. Форумда йәмәғәт диалогы аныҡ ҡарарҙарға әйләнә.

Алдағы йылдарҙа үткән Граждандар форумы йомғаҡтары буйынса республикала Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет һәм Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге булдырылды. Бөгөн был институттар власть һәм граждандар йәмғиәтенең үҙ-ара эш итеүенең даими элементтарына әйләнде. Радий Хәбиров йәмәғәтселәрҙең тәҡдимдәре фекер алышыу кимәлендә ҡалмай, ә ойоштороу, финанс һәм идара итеү дауамы ала торған модель төҙөй. VIII Граждандар форумы был эштең киләһе этабы – яңы ижтимағи һәм социаль саҡырыуҙар шарттарында ҡарарҙар әҙерләү өсөн майҙансыҡ булып тора.

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған секторы ла илдең иң көслө ижтимағи системаларының береһенә әүерелде. Республикала 6,7 мең самаһы коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән, шуларҙың 3,8 мең самаһы – социаль йүнәлешле. Башҡортостан Президент гранттары фонды средстволарын йәлеп итеү буйынса Рәсәй лидерҙары иҫәбенә тотороҡло инә: 2014 йылдан дөйөм суммаһы 1,56 миллиард һумлыҡ 1 150-нән ашыу проект ярҙам алған. Йыл һайын төбәк гранттар фонды аша йәмәғәт башланғыстарына 100 миллион һум самаһы йүнәлтелә. Был күрһәткестәр артында республика Башлығы ярҙамында ойошторолған инфраструктура тора: йәмәғәт институттары, ресурс үҙәктәре, грант системаһы һәм аныҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың профессиональ командалары.

Махсус хәрби операция шарттарында иһә Башҡортостандың граждандар йәмғиәте үҙ-ара ярҙам итеү инфраструктураһына әүерелде. Һуңғы йылдарҙа тиҫтәләрсә мең кеше МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҡушылды. Волонтерҙар штабы, НКО-лар, йәмәғәт һәм дини ойошмалар гуманитар ярҙам йыя, яугирҙәр өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм экипировка етештерә, юридик, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтә. Был система күп осраҡта шәхси инициатива һәм кешеләр араһында ышаныс нигеҙендә төҙөлә, әммә дәүләт уның өсөн кәрәкле шарттар булдыра: биналар, материалдар, транспорт, грант ярҙамы күрһәтә. Шулай итеп, граждандар йәмғиәте дәүләт системаһының мөһим өҫтәмәһенә әйләнә: власть институциональ ярҙам күрһәтә, ә йәмәғәт ойошмалары адреслы ярҙам һәм кеше ҡатнашлығы бирә.

Әлбиттә, яугирҙәр тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң да уларға ярҙам дауам итергә тейеш. Республиканың төп бурыстарының береһе – ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, идара итеүҙә, бизнеста, йәмәғәт эшендә һәм остазлыҡта ҡатнашыу өсөн шарттар булдырыу. Муниципалитеттарҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре булдырыла, унда бергә “Ватанды һаҡлаусылар”  фонды, МХО ветерандары ассоциацияһы, психологтар, юристар һәм йәмәғәт ойошмалары эшләй. Шул уҡ ваҡытта кешенең конкрет тормош хәле менән эшләй алған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар мөһим роль уйнай – реабилитациянан алып һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм балаларына ярҙам итеүгә тиклем.

Башҡортостандың көсө – йәмғиәттең бергәләп эш итеү һәләтендә. Күп милләтле республикабыҙ төрлө милләт, конфессия, һөнәр һәм ҡарашлы кешеләрҙең дөйөм бурыс тирәләй берләшергә һәләтле булыуын күрһәтте. Радий Хәбиров был берҙәмлекте ҡатмарлы осорҙарҙы еңеп сығыу өсөн ресурс булараҡ ҡына түгел, ә Башҡортостандың артабанғы үҫеше нигеҙе булараҡ та билдәләй. Шул уҡ йәмәғәт ҡатнашлығы энергияһы иҡтисадты, мәғарифты, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеү һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн кәрәк. Хәҙерге шарттарҙа ресурстарҙың булыуы ғына түгел, ә йәмғиәттең, властың һәм бизнестың ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү һәләте лә төбәктең конкурент өҫтөнлөгө булып тора.

Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумдың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән төп майҙансыҡ булыуын билдәләне.

– Асылда, һеҙҙең менән аралашыу барышында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам инфраструктураһын булдырҙыҡ. Заман саҡырыуҙары шарттарында был бик кәрәк. Иң әүҙем кешеләрҙе берләштергән коммерцияға ҡарамаған ойошма секторы йәмәғәт тормошоноң мөһим өлөшөнә әйләнә, – тине ул.

Радий Хәбиров Башҡортостандың мөһим төп принцибы – Барыһы ла Еңеү өсөн булыуын билдәләне.

– Уның тирәләй идара итеү командаһы, иҡтисадтың реаль секторы, халҡыбыҙ эшмәкәрлеген ойошторабыҙ. Был йәһәттән республика ысынлап та бик тупланған, – тине Радий Хәбиров. – Был девиз йәмғиәттә барған тектоник үҙгәрештәргә таяна. Мин йыш ҡына республика буйлап йөрөйөм һәм һәр ҡалала йәки бәләкәй ауылда төрлө йәштәге кешеләр төркөмдәре барлыҡҡа килеүен күрәм, уларҙың маҡсаты бер – МХО яугирҙәренә ярҙам итеү. Йыш ҡына был ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, кейем тегеп, аҙыҡ-түлек әҙерләй, гуманитар йөк йыя һәм фронтҡа оҙата. Ирекмәндәр хәрәкәте төрлө кешеләрҙе берләштерә. Был беҙҙең яурыныбыҙ һәм таянысыбыҙ.

Башҡортостан Башлығы республикала граждандар йәмғиәте һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү институттарының яҡшы үҫеш алыуын билдәләне.

– Беҙҙә көслө Йәмәғәт палатаһы бар. Ул йәмғиәтебеҙҙең ниндәйҙер өлөшөн сағылдырған абруйлы кешеләрҙе берләштерә. Беҙҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе етәкселегендәге көслө хоҡуҡ һаҡлау хәрәкәте бар. Был өлкәләге бөтә эште аныҡ, системалы нигеҙҙә эшләнек, – тине Радий Хәбиров. – Форумда ҡатнашыусыларға тынғыһыҙ йөрәктәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙгә бик етди ҡарайбыҙ һәм һәр берегеҙҙә илдең һәм республиканың ҡеүәтле таянысын күрәбеҙ.

Александр БРОД, РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы:

– Граждандар форумынан иң ыңғай тәьҫораттар ҡалды. Ул төбәктә граждандар секторының әһәмиәтен аңлауҙарын, уны ишетеүҙәрен, коммерцяға ҡарамаған ойошмалар менән эшләй белеүҙәрен, уларға ярҙам итеүҙәрен күрһәтте. Секция панелдәренең тематикаһы йәмғиәтте борсоған көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә ала. Ғәҙеллек мәсьәләләре, һайлауҙарҙа йәмәғәт контроле, мәғрифәтселек, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү. Сығыштар грамоталы, тере булды, бәхәстәрҙә ҡатнашыусылар бер-береһенә ихтирамлы ҡараны.

Төбәк башлығы гражданлыҡ секторына ярҙам итеү, уның төбәк үҫешендәге роле хаҡында һөйләне, социаль әһәмиәтле проекттар миҫалдарын килтерҙе, абруйлы йәмәғәтселәрҙе дәртләндерҙе. Радий Хәбировтың форумда ҡатнашыуы уның граждандар секторының мөһимлеген аңлауын күрһәтте. Форумдың эшләнмәләре төбәкте үҫтереү программаларының нигеҙенә һалыныуы мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас