

Туғандары менән аралашып, гөр килеп йәшәгән кешеләргә һоҡланып та, аҡ көнләшеү менән көнләшеп тә ҡарайым.
Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Өлкән ағайым 60 йәшен дә тултырмай баҡыйлыҡҡа күсте, әле бишәүебеҙ – ике апайым, ике ағайым, мин иҫән-һау. Күмәк булһаҡ та, һис тә генә матур итеп аралшып йәшәй алмайбыҙ. Һирәк-һаяҡ юбилейҙарҙа йәки туйҙарҙа ғына осрашабыҙ. Күмәк кеше араһында ҡәҙимге туғандар кеүек ултырабыҙ ҙа, башҡа туғандар ҡайтып, бер туғандар ғына ҡалһаҡ, мотлаҡ берәй нәмәгә тауыш сығып ҡуя.
Ике еңгәй күптән инде ағайҙарҙы үҙ яғына ауҙарып алған. Ҡалала төпләнгән еңгәйҙәр ауылды бөтөнләй өнәмәй, килһәләр, бер көн дә ҡунмайынса ҡайтыу яғын ҡарайҙар. Дөрөҫөн әйткәндә, килмәйҙәр ҙә, һуңғы тапҡыр өс йыл элек минең ҡыҙымдың туйына килделәр. Унда ла туйҙың икенсе көнөнә – ҡыҙ оҙатыуға ҡалмай, район үҙәгендәге кафела ғына булып, төнө менән тура Өфөгә ҡайтып киттеләр. Үҙҙәрендә ҡасан һуңғы тапҡыр булдым икән – иҫләмәйем дә.
Апайҙар менән аралашырға тырышабыҙ, әммә аралашыуыбыҙ йыш ҡына йә талашыу, йә кемдеңдер үпкәләүе менән тамамлана. Өлкән апай ныҡ етеш йәшәй, еҙнәй етәксе урында эшләй, балалары ла яҡшы эштә эшләй, һәр береһе фатирлы. Ул һәр саҡ маҡтанырға ғына ярата, үҙен ныҡ һауалы тота. Кесе апай ныҡ үпкәсел, һүҙ әйтеп булмай. Уныһы әлеге ваҡытта яңғыҙ донъя көтә, ире эсергә яратты, иртә мәрхүм булды. Донъяһын сәмләнеп, юҡты бар итергә тырышып алып бара, әммә һәр ваҡыт кешенән дә, беҙҙән дә кәмһенә, “һеҙ бай булғас, мине аңламайһығыҙ”, “һеҙҙең кеүек рәхәт йәшәп булманы инде...” – ошолайтып йәнгә тейә.
Иң бәләкәйе булһам да, йыйып-йыйып ҡараным да, ҡул һелтәнем. Аралашам тиһәм, балаларым бар, дуҫтар бар, тием хәҙер. Ирҙең бер туғаны берәү генә – апаһы бар. Уның ғаиләһе менән матур аралашабыҙ, әммә улар Себерҙә йәшәгәс, йылына бер-ике тапҡырҙан артыҡ күрешеп булмай.
Бына шулай йәшәп ятыла, ә ғүмер үтә. Мәрхүм атай менән әсәйҙең рухы алдында оят булып китә. Быйыл Ҡөрьән ашына әйтһәм дә, дүрт бер туғанымдың береһе лә килмәне. Бер туғандарың булып та, аралашып йәшәмәү барыбер эсте бошора. Ә һеҙҙә нисек? Ошондай туғандарығыҙ булһа, араларҙы яйларға, һәр береһенең яйына торорға тырышыр инегеҙме? Әллә ысынлап та ҡул һелтәргәме уларға?
Сәлиә.
Азамат Абдрафиҡов фотоһы.
(Был фотоның мәҡәләгә тура ҡағылышы юҡ).