

“Туй уткәс уйланыуҙар... Эйе, туй үтте, мәшәҡәттәр, арыуҙар онотолдо, хәҙер кредиттар түләргә инде әллә нисә йылға.
Бындай байрамға бит иң яҡын күргәндәреңде саҡыраһың, кәрәк булһа, уларҙың балаларының да туйына барырмын тип уйлайһың. Кемдеңдер ялда сағынан файҙаланып саҡыраһың – эш кешеһенең хәленә инәһең.
Туйға оҙаҡ пландар ҡороп, меню төҙөп, аҙаҡ кәрәк нәмәләрҙе теүәлләп, байрам көнө еткәнсе сабаһың.
Тик бына шул бүләктәр темаһы... Кемдәрҙер килде, ғаилә исеменән өс мең һалды. Аҡса инде ул йәштәргә була, был байрам улар өсөн генә. Балаңа яҡшы булһын тип йүгерәһең, тырышаһың. Күңелгә ҡыйын булды, әлбиттә. Мәҫәлән, ял итергә барғанда ике көн буйы ул өс меңгә нисек һыйланыр ине икән ул кешеләр? Хаҡтар бит хәҙер, ай-бай, “тешләшә”. Яңғыҙ әсәйҙәргә айырыуса ауыр туй үткәреүе.
Өҫтәлем ризыҡтан һығылып торҙо, матур үтте туй. Кемдәрҙер һыйланып ҡайтты ла онотто. Ә миңә хәҙер өс йыл кредит түләргә”.
Туй үткәргән әсәйҙәрҙең береһенең ошондай яҙмаһы донъя күрҙе социаль селтәрҙә. Был хәлгә ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?