

Ирем менән ғүмер буйы балалар тип йәшәнек. Икебеҙ ҙә һигеҙенсе кластан һуң ауылдағы колхозда эшкә егелдек, махсус һөнәр алмағас, артабан да гел ауыр хеҙмәт башҡарҙыҡ. Шуғалыр ҙа балаларыбыҙҙы тәү сиратта белемле итергә тырыштыҡ.
* * *
Биш ул һәм бер ҡыҙ. Күмәк малайҙарҙан һуң, ниһайәт, ҡыҙыбыҙ тыуғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Атаһы бигерәк осоп йөрөнө, бәләкәскә нимә алып, нимә бирергә белмәҫ, уға беребеҙҙән дә һүҙ әйттермәҫ, “өф” итеп кенә торор ине.
Гел ауыр эштәр башҡарған ирем 59 йәшендә генә яман сирҙән мәңгелеккә китеп барҙы. Ул ваҡытта биш улыбыҙҙың өлкәндәре юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙаллы йәшәй, бәләкәй икеһе университетта белем ала ине. 15-16 йәштәр тирәһендәге ҡыҙыбыҙ иһә ауыр ҡайғынан айырыуса бөтөрөндө, һығылып төштө. Мин, үҙемде лә онотоп, уның өсөн хафаланып йәшәй башланым. Ә ҡыҙым, иғтибарҙан шашҡандай, уҡыуын һүлпәнәйтте, кистәрен һуңлап ҡайтыуҙары ғәҙәтигә әйләнде. Үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ үҫмер итеп күрһәтер ине.
11-се класты яҙа-йоҙа тамамлағас, юғары уҡыу йортона бюджет нигеҙендә инә алманы. “Миңә тигәс, шул инде. Атайым булһа, түләп уҡытыр ине. Һин малайҙарыңды ғына уйлайһың”, – тип миңә ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәр яуҙырып иланы. “Ысынлап та, атаһы иҫән булһа, ҡырҡҡа ярылып булһа ла, ҡыҙын уҡытыр ине шул. Иремдең рухы тыныс булһын”, – тип, ныҡлы ҡарарға килеп, кредит алып, ҡыҙымды түләүле нигеҙҙә юғары уҡыу йортона индерҙем.
Биш йыл буйы өҙлөкһөҙ бил бөгөп, бурысҡа батып, кире ҡаплап, баланы дипломлы иттем. Оҙаҡ та тормай, ҡыҙым кейәүгә сыҡты, туй мәшәҡәттәре менән булдым.
Артабан бер аҙ тынысланырмын, ял итермен, тиһәм, юҡ – яңы ҡаңғырыҡ башланды. “Кеше фатирында торабыҙ. Исмаһам, тәүге иғәнәне йыя алһаҡ, үҙ мөйөшөбөҙ булыр ине, – тип илауланы бер ҡайтҡанында ҡыҙым. – Әсәй, нимәгә һиңә был яландай ҙур йорт? Әйҙә, һатайыҡ та, беҙҙең менән бергә йәшәрһең. Өфөнән алыҫ булмағас, өйҙө ҡыйбатҡа һата аласаҡбыҙ”.
Һеңлеләренең был ниәтен улдарым да ишетеп, төрлөһө төрлө яҡтан шылтырата башланы. “Әсәй, йортоңдо һатаһы булма, – тине барыһы ла. – Кейәү проблеманы үҙе хәл итһен, ир кеше ләһә”.
Әммә бәләкәйҙән үҙ һүҙле, алдына алғанды ҡуймай торған ҡыҙымды бер нисек тә еңә алманым. Йортомдо һатып, ҡарт көнөмдә ҡалаға күсеп килергә мәжбүр булдым.
Ике бүлмәле фатирҙа үҙемдең айырым мөйөшөм юҡ. Ҡунаҡ бүлмәһендәмен. Ҡыҙым менән кейәүем үҙҙәре өсөн йәшәргә тырыша, бәпәй алырға уйламай. Мине бар тип тә белмәгәндәй, өйҙә ярым яланғас йөрөйҙәр. Ҡыҙым инде, ярай, үҙ балам, ҡатын кеше. Ә кейәү һуң... Эштән ҡайтып инеү менән сисенеп ташлап, трусикта ғына йөрөй, өҫтәл янына ла шул килеш ултыра.
Ял көндәре етһә, фатирға йыш ҡына дуҫтары килеп тула. Шау-шыу, һүгенеү... Һыу эсергә лә сыға алмай ултырған мәлдәрем була.
Ә бер таңда, дуҫтары таралышҡас, кейәү менән ҡыҙым яр һалып ирешергә тотондо. Бындай хәл бер бөгөн түгел, йыш ҡына ҡабатлана ине. Сыҙамлығым һынып, яндарына сыҡтым да: “Туҡтағыҙ әле! – тип ҡысҡырҙым. – Мине бар тип беләһегеҙме ул һеҙ? Саҡ ҡына ла хөрмәтегеҙ юҡмы? – Унан, ирекһеҙҙән, илап ебәрҙем. – Ҡарттар йортона алып барып ташлағыҙ улайһа. Кәрәгем бөткәс...”
Тегеләр шаулашыуҙан туҡтап ҡалды. Унан ҡыҙым ҡапыл һаһылдап көлөп ебәрҙе:
– Ҡарттар йорто, тиһеңме? Әйҙә, әйҙә, кит! Ауылдағы яҡын әхирәтең дә шунда лаһа – бергә булырһығыҙ!
Үҙ балаңдан бындай һүҙҙәр ишетеүе... Тәүлек дауамында тора алмай, иңрәп яттым. Унан, тыныслана бара, ҡыҙымды аҡларлыҡ һүҙҙәр эҙләргә тотондом. “Эскән ине бит балам. Ә иҫерек кеше нимә генә әйтмәҫ. Хәҙер ул да эстән өҙгөләнәлер әле...”
Әммә ҡыҙымда үкенеү тойғоһо һиҙмәнем. Ғәфү ит, тип тә өндәшмәне. Элеккесә, ял көндәрендә кәйеф-сафа ҡороуҙары дауам итә. Бөтә сабырлығымды йыйып, өндәшмәй ятам. Әллә, ысынлап та, ҡарттар йортона китергәме икән? Улдарымды теге саҡта тыңламағас, уларҙан ярҙам һорарға уңайһыҙланам. Килен ҡулына ла ҡалғы килмәй. Үҙ ҡыҙыңа ла һыймағас...
* * *
Ҡала өйөнөң тынсыулығынан түгел, ә ҡыҙым менән кейәүҙең миңә ҡарата һалҡынлығынан, битарафлығынан күңелем өшөп, тормош мәғәнәһен бөтөнләй юғалттым кеүек. Күп ваҡытымды тышта үткәрергә тырышам. Эргәлә генә урман. Саф һауала зиһен, күҙҙәр асылғандай. Бында парлы өлкәндәр күп, яйлап ҡына һөйләшеп йөрөйҙәр, йөҙҙәрендә – ҡәнәғәтлек. Ана эргәләге балалар майҙансығында әсәйҙәр, өләсәйҙәр сабыйҙар менән мәж килә. Ә мин, яңғыҙ ҡарсыҡ, бөршәйеп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына уларҙы күҙәтеп ултырам...
Бәләкәй генә балалар араһында шул ҡәҙәр мыжыҡ, үҙһүҙлеләр бар. Аяҡ тибеп, яу һалып илап, барыбер үҙенекен эшләтеп ҡуялар. Хас та ҡыҙымдың бала сағы... Был балаларҙың әсәй-өләсәйҙәре лә, мин һәм ирем һымаҡ, бәләкәстәренең эргәһендә йүгереп йөрөй. “Туҡтағыҙ! Балаларығыҙҙы елкәгеҙгә ултыртмағыҙ! – тип ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ултырам. – Аҙаҡ һуң булыр. Үкенерһегеҙ...”
Унан үҙемдең әлеге хәлем хаҡында уйға батам. Әле көҙ. Көндәр, ярай, йылы тора. Тиҙҙән, бик тиҙҙән, һалҡындар башланыр. Тышта былай оҙаҡлап йөрөй алмам. Өйҙә нисек ултырайым, мине бар тип тә белмәгән ҡыҙым менән кейәүгә нисек һыяйым? Ошолай уйлаған һайын “ҡарттар йортона китергә кәрәк” тигән ҡарарым нығый бара. Эйе, ҡыҙыма әйтәйем дә...
Шулай ныҡлы ҡарарға килеп, эскәмйәнән торғайным ғына, яныма ҡабаланып бер ҡатын килеп туҡтаны. Бәй... Киленем дәһә. Өлкән улымдың ҡатыны. Бер-беребеҙгә ҡарап, һүҙһеҙ торҙоҡ. Ҡапыл тулҡынланыуҙан хәлем бөтөп, эскәмйәгә кире сүктем.
– Ҡәйнәм... – Киленем яныма килеп ултырҙы. – Һеҙҙең хәлегеҙҙе ишеткәс, нимә эшләргә белмәй ҡаңғырҙым. Улығыҙ ҙа, өндәшмәһә лә, һиҙәм: ныҡ өҙгөләнә. Үҙегеҙ уның да, ҡәйнештәрҙең дә кәңәшенә ҡолаҡ һалмай, өйөгөҙҙө һаттығыҙ бит. Хәҙер тыуған нигеҙҙәре лә юҡ. Ә күңел өлкәнәйгән һайын ауылға, бала саҡ һуҡмаҡтарына тарта...
Киленем туҡтап ҡалды. Күҙемдән әсе йәштәр бәреп сығып, тәгәрәй ҙә тәгәрәй.
– Эйе, күңел тыуған ергә тартыла, – тип дауам итте киленем. – Шуға ла улығыҙ күптән түгел ауылығыҙҙан йорт һатып алды. Тыуған нигеҙенән йыраҡ түгел – һеҙҙең өй күренеп кенә тора.
Тулҡынланыуҙан йөрәгем тағы ла нығыраҡ дөпөлдәп тибә. Әммә һаман һүҙ өндәшә алмайым.
– Беҙ ҙә хәҙер йәш түгел бит инде. Йәйҙәребеҙҙе ауылда, баҡсала үткәрергә хыялланабыҙ, – тип дауам итте киленем. – Әйҙә беҙгә, ҡәйнәм! Ҡышҡыһын бында, ҡалалағы фатирҙа, йәйгеһен ауылда бергәләшеп йәшәрбеҙ. Улығыҙҙың да күңеле тынысланыр...
...Бына шулай хәҙер өлкән улымдың фатирында йәшәйем. Айырым бүлмәм бар, тамағым туҡ, килен һаулығымды ла хәстәрләп, табиптарға йөрөтөп тора. Яңы йылдың тәүге көндәрендә ауылдан һатып алынған йортто күмәкләп ҡарап килдек. Был ваҡытта ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм... Йәйгеһен унда бергәләп ҡайтыу көнөн түҙемһеҙлек менән көтәм.
Ә ҡыҙым... Яныма килеп китте, илай-илай уларға кире ҡайтыуымды һораны. Кейәү сығып киткән икән... Эй йәлләнем ҡыҙымды, йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй булды. Артынан эйәреп сығып китерҙәй булғайным да, улым туҡтатты:
– Хатаңды ҡабатлама, әсәй...
(Ҡалала йәшәгән өлкән йәштәге инәйҙән яҙып алынды).