Йәмғиәт
31 Августа , 04:15

Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!

Сочиҙағы ХХХ “Бөтә Рәсәй-2026” заман журналистикаһы форумында "Башҡортостан" коллективын бүләкләнеләр. Баш мөхәррир Вәдүт Ғәйфулла улы әйтеүенсә...

Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!
Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!

“Башҡортостан” гәзите коллективы ”Социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы төркөмө" номинацияһында беренсе урын яуланы.

Дипломды баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡовҡа Сочиҙағы ХХХ “Бөтә Рәсәй-2026” бөгөнгө заман журналистикаһы форумында тапшырҙылар.

– Был Кубок Һәм Рәсәй Журналистар союзынан диплом – командабыҙҙың ҙур хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Коллегалар, һеҙ – эшегеҙҙең иң шәп оҫталары! – тине Вәдүт Ғәйфулла улы һәм төркөмдәге яҙмаларҙы уҡып барыусыларға ла рәхмәт әйтте. – Һәр лайк, комментарий, репост һәм көн һайын беҙҙе һайлағанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ышанысығыҙ алға атларға һәм яңы бейеклектәр яулауға рухландыра!

 

Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!
Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!
Беҙҙең гәзиттең төркөмө – беренсе!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас