Йәмғиәт
31 Августа , 16:40

Беҙҙә – ҙур сара

Фән менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың осрашыу урыны.

Беҙҙә – ҙур сараБеҙҙә – ҙур сара
Беҙҙә – ҙур сара

Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Роснедра (тәбиғәттән файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ) етәксеһе Олег Казанов республикабыҙҙа уҙғарылған VI халыҡ-ара геологик чемпионтатты асыу тантанаһында ҡатнашты.

– Бары тик Роснедраның тос ярҙамы арҡаһында Башҡортостан "ГеоВызов" чемпионатын үткәреү майҙансығына әйләнде, – тине Радий Фәрит улы. – Был ҡыҙыҡлы һаналған фән – ер аҫты байлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың осрашыу урыны. Шул ҡыуандыра, беҙгә Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән һәм сит илдәрҙән бихисап конкурста ҡатнашыусылар килде. Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә үҙебеҙҙә уҡырға, эшләргә һәм ғаилә ҡорорға саҡырам. Беҙҙә сит илдән күптәр белем эстәй, беҙ иһә ҙур интернациональ ғаилә.

Олег Владимирович иһә барыһына ла тик уңыштар теләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас