Йәмғиәт
31 Августа , 06:30

Бер ҡараш ташлап...

Үткән аҙна ниндәй яңылыҡтары менән иҫтә ҡалды? Республикабыҙҙа ниндәй хәл-ваҡиғалар теркәлде? Барыһы хаҡында ла тулыраҡ түбәндәге яҙмала.

Бер ҡараш ташлап...Бер ҡараш ташлап...
Бер ҡараш ташлап...

Был аҙнаның һөйөнөслө яңылыҡтарының береһе – Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инде. Республикабыҙҙан олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны миллиондан ашҡан, ә йомғаҡлау этабында төрлө фәндәр буйынса төбәк данын 193 уҡыусы яҡлаған. Һуңғы биш йыл эсендә генә еңеүселәр һәм призерҙар 78-гә еткән. Бындай юғары күрһәткестәр артында – республикала һәләтле балаларҙы үҫтереүгә һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарҙы дәртләндереүгә бүленгән ҙур иғтибар.

✅Өфөлә ВКС-форматта ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында өр-яңы 88-се мәктәпте асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан уҡыусыларының олимпиадалар хәрәкәтендәге уңыштары айырым билдәләнеп үтелде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров иһә үҙ сығышында шулай уҡ ул федераль программа буйынса ауыл мәктәптәрен төҙөкләндереү эшенең йылдам барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Вуз-ара студенттар кампусының ваҡытынан алда сафҡа индереләсәген белдереп, Владимир Путинды ошо сараға саҡырҙы. Әйткәндәй, Өфөнөң 88-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Глумилин микрорайонында – Көрәш һарайы йәнәшендә асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара ҡеүәткә эйә Көрәш һарайын асыу тантанаһында ил Президенты Владимир Путин шәхсән ҡатнашҡайны.

✅Әле Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлә. Яңы мәғариф учреждениеһына тәүге совет электрон иҫәпләү машиналары авторы, яҡташыбыҙ Бәшир Рәмиевтең исеме биреләсәк. (Быныһы инде Башҡортостандың данын күтәргән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ исемен ҡайтарыу һәм мәңгеләштереү буйынса алып барылған ҙур эштең дауамы).  “Беҙ ябай мәктәп төҙөмәйбеҙ. Лицей фән өсөн ысын кадрҙар әҙерләү урыны буласаҡ”, –  тип билдәләне Радий Фәрит улы. Был маҡсат республиканы һанлы иҡтисад өсөн көслө, юғары квалификациялы кадрҙар үҙәгенә әйләндереүҙе һәм Өфөнө ил, донъя кимәлендә танытыуҙы күҙ уңында тота.

✅Уҙған аҙнала һанлы үҫеш һәм яһалма зиһен технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың беренсе ултырышы үтте. Советтың төп бурысы – яһалма зиһенде абстракт технологиянан һәр белгес һәм һәр кеше өсөн аныҡ ярҙамсы кимәленә күтәреү. Әле һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармаҡтарында яһалма зиһен әүҙем файҙаланыла. 1 сентябрҙән республиканың 159 мәктәбендә уның нигеҙендәге “АРТА” системаһы эшләй башлаясаҡ. Эҙмә-эҙлекле алып барылған хеҙмәттең емештәрен киң күләмдә алдағы бер-ике йылда уҡ тойорға мөмкин буласаҡ, тип белдерелә.

✅Ә бит бынан бер нисә йыл элек республикала Күп функциялы үҙәктәргә эләгеү өсөн халыҡ төндән сират ала ине. Иҫләйһегеҙме, Радий Хәбиров тәбәк етәксеһе булараҡ хәл иткән тәүге аныҡ проблема ошо булғайны. Һөҙөмтәлә хәҙер беҙҙең Күп функциялы үҙәктәр Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә. Көн һайын кешеләргә меңәрләгән дәүләт хеҙмәте күрһәткән белгестәрҙең хеҙмәтен баһалау маҡсатында “Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән почетлы исем дә булдырылды. Был аҙнала ойошманың 15 йыллығы уңайынан ошо дәүләт наградаһы тәү тапҡыр тапшырылды.

✅Республикала, дөйөм алғанда, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтеү трендын билдәләп була. Был аҙналағы оператив кәңәшмәлә тағы ла бер сағыу миҫал хәтерҙә ҡалды. Республика Башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 14 йәшлек спорт гимнасткаһы Полина Дмитриеваны Хорватияла үткән Европа беренселегендәге уңышлы сығышы – дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулауы менән ҡотланы.  Йәш чемпионкаға уңыштар теләп, республика Башлығы уның остазы – тренер Елена Кайгуловаға ла ҙур рәхмәт белдерҙе. Тренер, үҙ сиратында, уңайһыҙланып ҡына: “Мин бер ваҡытта ла микрофонға һөйләгәнем юҡ”, – тине, шулай ҙа, форсаттан файҙаланып, спортты үҫтереүгә иғтибар һәм донъя кимәлендә еңеүселәр әҙерләү шарттары булған республика гимнастика үҙәге өсөн Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәтен еткерҙе. Эйе, Башҡортостанда шым ғына үҙ эшен намыҫ менән башҡарған төрлө өлкә белгестәре бихисап. Бөгөн улар хаҡында күберәк беләбеҙ, сөнки уңғандарҙы ҙур сәхнәләрҙән тәбрикләйҙәр, республика әһәмиәтендәге мөһим сараларҙа ҙурлайҙар. Проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙыралар.

✅27 августа Кино көнө уңайынан яңы башҡорт фильмы – Р. Пожидаев төшөргән “Бер яндан атҡан уҡтар” киноһы ябыҡ форматта күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, ул Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән. Көҙ айҙарында республика кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк тип күҙаллана.

✅Был аҙнала Башҡортостанға Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут килде, эшлекле сәфәр барышында ябай ауыл хеҙмәтсәндәре менән дә осрашыу ойошторолдо, икмәк үҫтереүселәргә, төбәктең, илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүселәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Шулай итеп, беҙҙә тыуған ергә тоғролоҡ, фиҙакәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәре йәлләнмәй. Ә был бик мөһим. Сөнки, ниндәй генә технологиялар үҫешмәһен, иң ҡиммәтле ресурс – кеше. Ошоно тәрән аңлау бар.

Автор:
Читайте нас