

Ауыр хәбәр Хабаровск крайынан килде. Унда алтын руднигында таш ишелеп төшөү арҡаһында яҡташыбыҙ вафат булған. Әле уның кемлеге асыҡланды. Ул – Учалы ҡалаһынан 30 йәшлек Румель Вилданов. Фажиғә 30 августа кис “Ольга” шахтаһында була. Яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен икенсе көндө емереклектәр аҫтынан сығаралар, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында уның ике коллегаһы зыян күрә. Ваҡиғаның нескәлектәрен “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне.
Румелдың һеңлеһе Рина һөйләүенсә, таш емерелеү ваҡытында һәләк булғанға тиклем ағаһы ярҙамға коллега-шахтерҙарҙы саҡыра.
– Был шахтаға 175 метр түбән төшөргә кәрәк булған. Ул эшкә китә һәм иптәштәрен саҡыра. Улар уның ҡысҡырыуын ишетә, ағайым хеҙмәттәштәрен саҡыра һәм ярҙам һорай. Ә һуңынан ҡолау була, уны фажиғәнән һуң 12 сәғәт үткәс сығаралар, – тип һөйләгән Рина.
Ҡыҙ әйтеүенсә, әле егеттең кәүҙәһе Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында моргта ята, суд-медицина экспертизаһы бара. Тыуған ҡалаһына ерләү өсөн транспортлау мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Әммә Румель эшләгән компания Рина менән бәйләнештә тора.
Шахталағы ауыр эште ул футбол уйнау менән берлектә алып бара. Күп йылдар Румель Башҡортостан чемпионатында сығыш яһаусы “Горняк” һәүәҫкәр футбол клубының һөжүмсеһе була. Һуңғы тапҡыр ул 26 июлдә Стәрлетамаҡтың “Содовик” ғомандаһы менән уйнай.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Румель Амурҙағы Комсомольсктан алыҫ булмаған “Ольга” алтын сығарыу шахтаһына вахта буйынса эшкә китә. Унда ул бик аҙ, бер айҙан да кәмерәк ваҡыт була.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Румель үҙ ғаиләһен булдырырға өлгөрмәй, уның һеңлеһе генә ҡала. 30 йәшлек тау эшсеһенең һәләк булыуы тураһында билдәле булғас, уның исеменә йөҙләгән яҡташыбыҙ һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларында йәшәүселәр ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
– Уны бала саҡтан хәтерләйем, етеҙ һәм изге күңелле егет. Ул саҡта бәләкәй буйлы ине, ә футболды шул тиклем шәп уйнаны. Туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып, – тип яҙҙы бер танышы.
Учалынан тәүге уҡытыусыһы ла социаль селтәрҙә ҡайғы уртаҡлашҡан.
– Минең класс уҡыусыһы. Бик яҡшы, изге күңелле, бөтә балалар ҙа уны хөрмәт итә ине. Башланғыс кластарҙа уны уҡыттым. Рина, ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам, көс һәм сабырлыҡ һиңә, – тип яҙҙы педагог.
Әле Хабаровск крайының Тәфтиш комитеты эшсенең үлеме факты буйынса сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Хәл төрлө яҡлап ентекле тикшерелә.
Беҙ йәшләй һәләк булған яҡташыбыҙҙың ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/277812/5297868/