

Республикабыҙ йәштәре 6–9 сентябрҙә Стәрлебаш районындағы «Авангард» лагерында «Тел мөхите» йәштәр форумына йыйыла. Унда, ойоштороусылар әйтеүенсә, төрлө район, ҡалаларҙан 14–18 йәшлек 100 үҫмер ҡатнаша.
Форумдың төп идеяһы – башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошона индергән мөхит булдырыу. Дүрт көн буйы ҡатнашыусылар башҡорт телендә аралаша, бергәләп проекттар эшләй һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.
Программала – һөйләү телмәрен һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен үҫтереү дәрестәре, лидерлыҡ һәм команда менән эшләү буйынса тренингтар, ижади лабораториялар, медиа йүнәлештәре, блогинг, интерактив форматтар, интеллектуаль уйындар, дискуссиялар.
Сараның үҙенсәлеге – тулыһынса башҡорт мөхитендә йәшәүгә ҡоролған тәртип. Бында Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән үҫмерҙәр туған телен айырым уҡыу предметы итеп түгел, ә аралашыуҙың төп ҡоралы итеп ҡулланырға тейеш.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.